Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда

Дәрестә «Исем» темаһын өйрәнгәндә уҡытыусының: «Ауыл, йылға,тау исемдәре – яңғыҙлыҡ исемдәр һәм улар ҙур хәреф менән яҙыла», – тигән һүҙҙәре ни өсөндөр күңелемә инеп ултырҙы. Өләсәйем күҙ алдына килеп баҫты. Ул да яңғыҙы йәшәй һәм беҙ уға ярҙам итәбеҙ, үҙе әйтмешләй, тормошон еңеләйтәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ һәр килеүебеҙҙе шатланып көтөп ала, берәй эшен баш­ҡарһаҡ: «Ҡалай өйөм матурайып, донъям яҡтырып китте, гөлдәремдең сәскәләре хуш еҫ бөркә башланы», – ти. Апайым менән миңә рәхәт шул ваҡытта, үҙебеҙҙе иң яҡшы кешеләр итеп тоябыҙ. Тимәк, өләсәйем кеүек, тауҙар, йылғалар, урмандар яңғыҙмы? Уларҙың яҙмышы беҙҙең ҡулда булып сыға бит. Ноғман Мусиндың «Мәңге йәшеллек» әкиәтендәге хан кеүек ауырыуға әйләнмәҫ өсөн булған матурлыҡты һаҡлай, арттыра белергә кәрәк.

Миңә әле 10 йәш. Тәбиғәтте төрлө яҡлап өйрәнергә тырышам, был ныҡ оҡшай. Былтырғы уҡыу йылында күбәләктәр тураһында эҙләнеү эше башланым. Әлбиттә, өйҙә ултырып ҡына нимәлер яҙып, өйрәнеп булмай. Бының өсөн урманда, яланда, йылға буйында күп йөрөргә кәрәк. Бына шунда мин кешеләрҙең үҙҙәренән һуң ҡалдырған бик күп насарлыҡтарын күрҙем. Ниңә улай итәбеҙ? Ошо һорауҙы өлкәндәргә лә, үҙемдең дуҫтарыма ла, синыфташтарыма ла биргем килә. Бөтә ерҙә: өйҙә, мәктәптә, балалар баҡсаһында, сәхнәнән, гәзит-журналдар аша бала саҡтан, урмандар, һыуҙар, тауҙар – улар һинеке», тип үҫтерергә кәрәк. Беҙ бит үҙебеҙҙең әйберҙәрҙе ватмайбыҙ, бысратмайбыҙ, һаҡлап тотабыҙ. Бәлки, тәбиғәтте лә, минеке, тигәндә, икенсерәк ҡараш булыр. Үҙем, мәҫәлән, өйөмдө бысратмайым, йылға буйын да ял иткәндән һуң тап-таҙа итеп ҡалдырасаҡмын. Урманды, һинеке, тип балалар баҡсаһынан шулай тәрбиәләһәләр, мин матур-матур сәскәләрҙе бушҡа өҙмәҫ инем. Әгәр үҙемдең еремде бала саҡтан һаҡларға өйрәнмәһәм, ҡартайып, өләсәй булғас, яңғыҙ ағасҡа, ҡороған йыл­ғаға, таштарына соҡоп яҙылып бөткән бәләкәй генә тауға ҡарап, ейәндәремә нимә тип әйтермен икән? Ә улар яңғыҙлыҡ исемдәргә ниндәй генә миҫалдар килтерер? Ер яҙмышы – беҙҙең ҡулда, уны бишек­тән балаларға аңлатып үҫтерергә кәрәк. Ә беҙ – бик аҡыллы киләсәк быуын! Тик аҡыл менән тәрбиәне бергә ҡушып йәшәргә өйрәнергә тейешбеҙ.

Азалиә РӘХМӘТУЛЛИНА, IV синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Инйәр ҡасабаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code