Элгеләү тауы

Ауылымдың данлыҡлы Элгеләү тауы тарихын оло быуын кешеләренән, мәктәптең Тыуған яҡты өйрәнеү музейынан алған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, һеҙгә яҙып ебәрергә булдым әле.

Элгеләү – Граждандар һуғышы ваҡытында барлыҡҡа килгән атама. Әүәл-әүәлдән төрлө һуғыш-талауҙар Мәһәҙей хал­ҡының да теңкәһен генә ҡорот­ҡан. Ҡаҙаҡ баҫҡынсылары ла, урыҫ байҙары ла, хатта граждандар һуғышы осоронда аҡтары ла, ҡыҙылдары ла, ауылды йыш ҡына талап, мал-тыуарын ҡыуып, кейем-һалым, кәсеп-шөғөл ҡорамалдарын, барлы-юҡлы ҡәҙерле, затлы әйберҙәрен, аҙыҡ-түлеген, йортта һәм хужалыҡта ҡулланылған йыһаздарын, биҙәнеү-төҙәнеү әйбер­ҙәрен ҡурҡытып йә булмаһа талап алып китә торған бул­ған. Бола ваҡытында халыҡ бик ныҡ яфа сиккән. Ауыл кешеләре үҙҙәрен, әйберҙәрен һаҡлап алып ҡалыу әмәлен тап­ҡан. Улар төйнәр нәмәләрен төйөнсөктәргә төйнәп, тау башына, уның ҡараңғы үҙәктәренә алып барып йәшергән. Ергә һал­һаң, дым тарта, ҡош-ҡорт, сыс­ҡан-фә­лән тейә, тип ҡайһыларын ағас ботаҡтарына мендереп элгеләгәндәр. Ауылды яндырыр һәм талар алдынан һәр кем үҙенең кәрәк-яраҡ әйберҙәрен ошо тау­ға мендереп, ағастарға элеп йәшергән. «Элеү» һүҙенән тау­ҙың атамаһы барлыҡҡа килгән. Ошо ваҡиғаларҙан һуң был тауҙы Элгеләү тауы тип атап йөрөтә башлағандар. Ул – Мәһәҙей тирәһендәге иң олпат тауҙарҙың береһе (мәғлүмәт биреүсе – ветеран уҡытыусы, 1953 йыл­ғы Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы Ишбаева).
Оло олатайым бейек Элгеләүҙе ҡыҙырып, ҡурай уйнап, ҡаяларҙы шаңғыратып, халыҡ йырҙарын йырлап, тәбиғәтебеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡлаған. Әйткәндәй, үҙе ысын тәбиғәтебеҙ һаҡсыһы булған, ағастарҙы киҫеүгә юл ҡуймаған. Был турала уҡы­тыу­сым, мәктәптең тыу­ған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы Сәйәхованан белдем.
Әле Өфө ҡалаһында йәшәгән Ейәнсура районынан сыҡҡан шағир, Мәһәҙей кейәүе Мәхмүт Һибәт улы Уразаев Элгеләүгә, ҡайны тейеш кешеһе, урман ҡарауылсыһы, минең оло олатайым, йәғни 95 йәшлек өләсәйем Нәғимә Сәғәҙей ҡыҙының атаһы Сәғәҙей Сәйәх улы Сәйәхов мәрхүмгә арнап шиғыр ҙа яҙған:
Түбәләре ҡалай юғары,
Тауға баҫҡан тау шул Элгеләү.
Дәртле ирҙәрҙең шул йолаһы –
Бейектәргә менеп көй көйләү.
Бейектәрҙә таш та ҡанатлы,
Ай, бейек тә үр шул Элгеләү.
Йәнгенәңә өҫтәр нур, яҡты
Бейектәргә менеп көй көйләү.
Көй көйләйем әле, көй ҡалыр,
Бер хәтерләр, бәлки, Элгеләү.
Үҙе бер ғүмерҙер, бер дандыр –
Бейектәргә менеп көй көйләү.
Тауҙың икенсе исеме – Маяҡ. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында геологтар төрлө урын­дарҙа ҡаҙылма байлыҡтар эҙләп йөрөгән. Соҡорҙар ҡаҙғандар һәм ундағы матдәләрҙең составын тикшергәндәр. Шул ваҡытта тау теҙмәләренең иң бейек түбәләренә өс терәүле бағаналар ултыртып киткәндәр. Улар ориен­тир ролен үтәгән. Тарихтан билдәле булыуынса, боронғо Грецияла һәм башҡа илдәрҙә яр буйҙарында караптарға ориен­тир булһын өсөн порттарға бейек маяҡтар төҙөгәндәр. Улар­ҙың өҫтөндә төндә ут янып тор­ған. Шуға күрә был Элгеләү тауы түбәһен Маяҡ тип йөрөткәндәр икән.
Яңы ғына барлыҡҡа килгән Совет дәүләтенә күтәрелеп китеү өсөн ҡаҙылма байлыҡтар кәрәк булған.
– Беҙҙең Мәһәҙей ауылынан да ХХ быуаттың икенсе яртыһында Шаһымгәрәй Шәғәлин тигән кеше геолог булып йөрөгән, – тип һөйләне уҡытыусым, музей етәксеһе Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙы.
Был тау исеме килеп сығыуының өсөнсө варианты ла бар:
– Элгеләүҙең түбәһенә менеп, тирә-яҡты күҙәтһәң, уның һырты ырғаҡҡа, элгескә оҡшап та ҡуя. Ә түбәһен аҫтан ҡарағанда, осло ғына элгес кеүек ҡая текәләнә, бейегәйә. Бәлки, ошо һыртының ырғаҡ кеүек бөгөлөп тороуы йәки түбәһенең ҡапыл текәләнеүе «Элгеләү» атамаһын биреүгә сәбәп булғандыр ҙа, – тип фаразлауын белдерҙе юғары белемле географ, мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, район Советы депутаты, ауылыбыҙҙың ер-һыу атамалары тарихын яҡшы белеүсе Баязит Ғәбдинур улы Сәйәхов.

Илнар МӨХӘМӘТЙӘНОВ ,IX синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Мәһәҙей мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code