Яңыраҡ Сибайҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концертын хайран ҡалып ҡараныҡ. Инде матур итеп бейенеләр! Тағы ла йәйгеһен беҙ әсәйем менән Баймаҡ районының Граф күле буйында уҙғарылған Башҡорт йәштәре йыйынына ла барып ҡайттыҡ.
Атай вокзалға тиклем алып барҙы ла Алтынай, Кәримә һеңлеләрем менән ҡайтып китте. Яҙыусы Наил Ғәйетбай һәм уның ҡатыны Эмма инәй менән бер такси тотоп, Баймаҡҡа бергәләп юлландыҡ. Юл буйы һөйләшеп барҙыҡ. Улар ял итергә килгән икән. Таксист бер талай Баймаҡтың вокзалын тапмай йөрөнө. Саҡ алып барып еткерҙе.
Оҙаҡ көттөк автобусты, хатта расписание буйынса ваҡыты еткәс тә килмәй аҙапланы. Муллаҡайға етәрәк туҡталышта төшөп ҡалдыҡ. Апаруҡ ҡына торҙоҡ, бер заман өс машина килгәне күренде. Ултыртмаҫтармы икән, тип ҡул күтәрҙек. Тәүгеһе туҡтаны ла беҙгә бер реклама журналы бирҙе. Буш урыны ла юҡ, машинаһының эсе журнал, ҡумталар менән тулған. Юлдашыбыҙ Гөлшат апайҙың, эй, йәне көйҙө инде. «Һинең арҡала ике машинаны үткәреп ебәрҙек», – тип уны әрләп тороп ҡалды.
Оҙаҡламай артыбыҙҙан тағы ла бер машина ҡыуып етте. Бер апай әсәһе менән йыйынға китеп бара. Шуларға ултырып алдыҡ. Аллаға шөкөр, һәйбәт кенә барып еттек. Бында ни, майҙан гөрләп тора! Бер ерҙә һырғауылға менәләр, ауыш ҡолғала һарыҡ өсөн дә көрәшәләр. Беҙ тирмәләрҙе йөрөп ҡарап сыҡтыҡ. Мөхәмәт, Фәрүәз ағайҙарҙы күрҙек. Ләлә инәй: «Һеҙ ҡайҙа?» – тип шылтырата. Ул көрәште ҡарап йөрөгән икән. Аҡъярҙан Радик ағай менән Айгөл еңгәй ҙә килгән. Улар ҙа көрәшселәрҙе күҙәтә.
Ләлә инәй беҙҙе уйындар барған ергә алып китте. Башта тоҡ менән йүгерҙеләр, аҙаҡ көршәк ватҡан ерҙә сират йыйылып китте. Уйынды алып барыусы: «Әйҙәгеҙ, ҡатнашығыҙ, еңмәһәгеҙ ҙә, бүләк аласаҡһығыҙ», – тигәс, ҡыуанып риза булдыҡ. Тәүҙә минең күҙҙәремде бәйләне, аҙаҡ оҙон таяҡ тотторҙо ла ебәрҙе. «Саҡ ҡына артҡа… һулға…» – тип әйтеп торҙо үҙе. Һуҡҡайным, эләкмәне. Барыбер, ҡатнашҡан өсөн, тип бүләк тотторҙо. Минән һуң – Ләлә инәй, шунан әсәй һуғып ҡараны. Уларҙы фотоға төшөрөп торҙом. Эй, ҡыҙыҡ инде. Бүләккә «Башҡорт йәштәре йыйыны» тип яҙылған значоктар алып ҡыуандылар.
Шунан сәхнә янына килдек. Унда заманса итеп тегелгән башҡорт кейемдәрен күрһәтәләр. Араһында йырсылар ҙа сығыш яһаны. Беҙ әҙерәк ҡарап ултырҙыҡ та «Урал бөркөтө»нә киттек. Баһалама ағзалары йәштәрҙең сығышын күҙәтә. Бында бейенеләр ҙә, йырланылар ҙа, шиғыр ҙа һөйләнеләр.
Инде ҡайтырға ғына йөрөгәндә Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллинды осраттыҡ. Ул өс машинаны урынынан шылдырған. Шуныһы үкенесле, беҙ был тамашаны күрмәйерәк ҡалдыҡ.
Бына шулай уйламаҫтан Граф күле буйында үткән Башҡорт йәштәре йыйынына барып ҡайттыҡ. Был сараны ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Өс айымдың бер көнө ана шулай бик күңелле һәм иҫтә ҡалырлыҡ булып үтте.
Ынйыҡай АҠМАНОВА.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.