Эй, кешеләр, уянайыҡ!

Был донъяла һәр кемдең үҙ тыуған төйәге бар. Ул әсәйҙәй яҡын һәм ғәзиз! Хәйбулланың иге-сиге булмаған ҡылғанлы далалар иркенлегендә уйнап үҫкән ҡыҙ мин. Ошо киң ялан-ҡырҙар данлыҡлы шағир Ҡәҙим Аралбаевҡа илһам биргән, уны бөйөк иткән булһа, Ишморат ағай Илбәковта ҡурайға һөйөү уятып, уны ғүмерлеккә ҡурай менән бәйләгән. Башҡорт­остандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, күренекле яҙыусы Ғәзим ағай Шафиҡов, билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм депутат Йомабикә Ильясова, яҙыусы, журналист Фәрзәнә Аҡбулатова һәм башҡа бик күп талантлы шәхестәрҙе үҫтергән минең тыуған ерем.

Ошо йәнтөйәгем Хәйбуллаһыҙ үҙемдең киләсәгемде күҙ алдыма килтерә лә алмайым. Уның аллы-гөллө сәскәле йәшел туғайҙарынан, ғорур тауҙарынан, киң далаларынан баш­ҡа нисек йәшәрһең?! Урмандарҙағы төрлө-төрлө төҫтәге сәскәләргә ҡарап, күҙҙәр ҡамаша хатта! Аҡлан өҫтәрендә осоп уйнаған шаян күбәләктәрҙе, наҙлы һандуғас моңдарын, сылтырап аҡҡан шишмә тауыштарын кемдәр генә һағынмаҫ та, кемдәр генә уларға арнап йырҙар йырламаҫ!
Башҡортостан – бик күп мөғжизәләргә бай ер. Һәр йыл тиерлек беҙҙең төбәгебеҙгә ял итергә килеүселәр һаны артҡандан-арта.
Районыбыҙҙа ғына ла әле билдәле бер нисә матур урын бар. Мәҫәлән, Суҡраҡ сейәлектәре, иҫ китмәле матур һәм серле Попков күле, теҙелеп киткән Таштуғай тауҙары, Юлбарыҫ ауылы янындағы меңйәшәр ағас, Мәмбәт ауылы эргәһендәге Батыр ҡаяһы һәм башҡалар. Кешеләр бик йыш ҡына ошо урындарҙа була, тәбиғәт ҡосағында рәхәтләнеп ял итә. Әлбиттә, тәбиғәт хозурлығына ҡарап, һоҡланыуы рәхәт, тик бына ошо матурлыҡтың ҡәҙерҙәрен ҡайһы бер кешеләр бигүк белеп етмәй. Урмандарыбыҙҙа аяуһыҙ янғын сығаралар, ағастарҙы рөхсәтһеҙ ҡыр­ҡып, сит яҡтарға оҙаталар, ял итеп киткән урындарында сүп-сар ҡалдыралар. Машиналарҙа елдереп үткән саҡтарында ла тәҙрәләренән ҡый­ҙарын, тәмәке төпсөктәрен ташлап китәләр. Бына ошоларҙың барыһын да күрһәң, күңел өшөй, Ер-әсәбеҙ алдына үҙеңде шундай оятһыҙ, бәғерһеҙ кеше итеп тояһың. Ә бит тәбиғәт бер яҡлаусыһы ла булмаған гонаһһыҙ сабый кеүек саф һәм изге. Шуға ла уны ҡарарға, ҡурсаларға кәрәк беҙгә.
Башҡортостаныбыҙҙа Экология йылы бара. Әлбиттә, ошо айҡанлы районыбыҙҙа бик күп изге эштәр башҡарыла: ауылдарыбыҙ үҫә, төҙөкләндерелә, йылға-күл буйҙары таҙартыла. Минең тыуған ауылым Әҙелде генә алһаҡ та, ул күҙгә күренеп матурайҙы. Емерек йорттар урынында хәҙер ҡурсаҡтай өйҙәр, таҙа урамдар. Ә инде ярҙары сүп-сарҙан таҙартылған йылға буйҙарына ҡарап, шатланмау мөмкин түгел. Изге күңелле кешеләр булған матурлыҡты һаҡлау өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләй.
Тик айҙың да таптары булған кеүек, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тыуған еребеҙгә, уның тәбиғәтенә ҡарата битараф кешеләр ҙә күп шул арабыҙҙа. Ундай­ҙарға мин ошолай тип мөрәжәғәт итер инем:
Эй, кешеләр, ғәзиз йәндәр,
Уянайыҡ, ниһайәт!
Беҙҙең битарафлығыбыҙҙан
Зар илай бит тәбиғәт!
Һаҡлайыҡ тыуған илкәйҙе,
Гүзәллекте күрәйек,
Еребеҙҙең байлыҡтарын
Сит-яттарға бирмәйек,
Ҡәҙерҙәрен генә беләйек,
Ҡәҙерҙәрен, зинһар, беләйек!
Еребеҙ киләсәге, уның артабанғы яҙмышы – бары беҙҙең ҡулдарҙа. Башҡортостаныбыҙ гүзәллеген һаҡлау – төп бурысыбыҙ. Киләсәк быуындарыбыҙ ҙа матур, данлы, йырлы Башҡорт­остан ерендә бәхетле йәшәрлек бул­һын ине.

Дилә ХӘЙРУЛЛИНА.
Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code