Дуҫлыҡ күпере һалынды

Осрашыуҙан һуң.

Илкәнәй мәктәбендә булғаныбыҙ юҡ ине әле. Тәүгә генә юлыбыҙ төшөүе. Шуға гәзитте беләләрме, алдыралармы икән, тип бер аҙ борсолоп ингәйнек, балаларҙың, уҡытыусыларҙың «Йәншишмә»гә яҙылыуын ишеткәс, ауыҙҙар йырылып, кәйефебеҙ күтәрелеп китте.

Белем усағында балалар һаны бигүк күп түгел, Йомағужа башланғыс мәктәбе һәм Илкәнәй балалар баҡсаһындағылар менән бергә 72 бала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулап торалар. «Башҡортостан ынйылары» конкурсында гел ге­нә уңышҡа ирешәләр. Быйыл баш­ҡорт теленән интернет-олимпиадала 6 уҡыусының барыһы ла I, II, III урындар яулаған. Уҡыу йорттарына инеү кимәле лә юғары. Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ҡаҙна урындарында уҡы­ған сығарылыш синыф уҡыусылары ла бар. «Улар – беҙҙең мәктәп ғорурлығы», – ти директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы Шәмсетдинова. Бында йыр-моң, бейеүгә һәләтле, шиғыр яҙыусы ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың байтаҡ булыуы ла ҡыуандырҙы.
Төплө белем биргән, үҙҙәренең эштәрен ярат­ҡан уҡытыусылар тураһында ла телгә алып китмәйенсә булмай. Раян Рамаҙан улы Араптанов, Әлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы Аҙнабаева, Гөлдәр Шәфҡәт ҡыҙы Шәмсетдинова, Гөлфиә Руслан ҡыҙы Ҡасимова, Зөһрә Сабир ҡыҙы һәм Рәмилә Хисмәт ҡыҙы Мөхәмәтшиналар, башланғыс синыфтар­ҙа Айгөл Раһип ҡыҙы Хөсәйенова, Әҡлимә Айрат ҡыҙы Вилданова уҡытыу­ға бар кү­ңелдәрен һала.
Ҡыуаныслы яңылыҡтарҙан спорт зал­дары төҙөкләндерелә башлаған, иҙәндәре алыштырыла, рәшәткәләр ҡуйыла. Спорт секциялары булмаһа ла, районда уҙған ярыш, турнирҙарға белем усағы директоры, физкультура уҡытыусыһы Раян Рамаҙан улы Араптанов үҙе әҙерләүен дә белдек. Ҡыҙҙар, малай­ҙар драма театры, шахмат түңәрәктәрендә лә әүҙем шөғөлләнә.
Ә осрашыу тамаша залында үтте. Унда ингәс үк уҡыусылар­ҙың ҡул эштәренән, һүрәттәренән тор­ған күргәҙмә иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Ниндәй генә әйберҙәр ҡуйылмағайны! Һай, афариндар, бигерәк оҫталар икән үҙҙәре. Залға йыйылыусылар баш мөхәрриребеҙ Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысовтың телмәрен иғтибар менән тыңланы.
– «Йәншишмә» – беҙҙең өйҙә яратҡан гәзит. Унда һеҙҙең кеүек уҡыусылар яҙыша, иң әүҙемдәренә «Йәш хәбәрсе» тигән исем бирелә. Ул – шул хәтлем йөкмәткеле баҫма. Кроссворды ла бар, төрлө конкурстар ҙа үткәрелә. Үҙегеҙҙең телегеҙҙе яҡшы белер өсөн башҡортса сыҡ­ҡан балалар һәм үҫмерҙәр баҫмалары менән дуҫ булырға тейеш­һегеҙ. Беҙ уҡымайбыҙ икән, гәзит ябыласаҡ, – тип урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, элекке белем усағы директоры Зөһрә Сабир ҡыҙы «Йәншишмә»не алдырырға саҡырҙы.
Ул үҙе мәктәп йылдарында «Башҡортостан пионеры»н (әле «Йәншишмә») уҡып үҫһә, әле мәктәптә 34 йыл эшләү дәүерендә гәзиткә яҙылмай ҡалғаны юҡ. Ейәне лә яратып уҡый.
Осрашыу аҙағында башланғыс синыфтарҙың барыһы ла уҡытыу­сылары Әҡлимә Айрат ҡыҙы Вилданова, Айгөл Раһип ҡыҙы Хөсәйенова менән бергәләп гә­зиткә яҙылырға теләүҙәрен белдерҙе. Бигүк күп булмаһалар ҙа, беҙ­ҙең өсөн ҡыуаныс инде. I – IV синыфтар интернет-олимпиадаларҙа ла әү­ҙем ҡат­на­ша, һүрәт төшөрөргә, йырларға, бейергә әүәҫтәр икән. Мәктәптә уҙған бер саранан да ситтә ҡалғандары юҡ. Уҡыуҙа­ры ла һәйбәт, Наҙгөл Исҡужина, Ислам Сәфәров, Айҙар Мөхәмәтшин, Зилә Ардивановалар тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә.
Яңы уҡыу йылын илкәнәйҙәр өлгө күрһәтеп башланы. Тағы кемдәр дауам итер икән? Ә һеҙ «Йәншиш­мә»гә яҙылдығыҙмы? Редакция үткәргән уйындар­ҙа, бәйгеләрҙә лә ҡатнашы­ғыҙ. Матур-матур бүләктәр күптән әҙерләнгән. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Көйөргәҙе районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code