Дала ҡара йыланы

Бесәнде беҙ йыл да бер урында, йомро ғына аҡланда, саба торғайныҡ. Ул ярлауға терәлеп тора, аҫта гөрләп йылға аға. Шул ерҙә ҙур ғына соҡор булып, уртаһында ҡарт муйыл үҫә. Ә муйыл төбөндә – ҡара йылан ояһы!
Өләсәйем йыл да бесәнгә төшөр мәл етһә, ҡат-ҡат киҫәтә:
– Соҡорға яҡын юлама, йыланға ас­лан теймә!
– Ә ул сағып ҡуй­һа? – тип һора­йым.
– Зыяның теймәһә, саҡмаҫ, – ти өләсәйем.

Мин барыбер гел әлеге соҡор тирәһендә уралдым, теге йыланды күрә-күрә йөрөнөм. Таш өҫтөндә бөгәрләнеп йоҡлап ята. Һыртында киртмәсле тәгәрмәс кеүек биҙәге лә бар икән. Шулай бер ҡарап тора инем, йылан ҡапыл ғына башын сәкәйтте лә осоп барған күбәләкте тотоп, йотоп та ҡуй­ҙы. Тағы бөгәрләнде. Ә икенсе күргәндә уның эсендә йоҙроҡ ҙурлыҡ нәмә­нең ҡыймырлағанын шәйләнем.
– Баҡа йотҡандыр йә сыс­ҡан, – тине өләсәйем аптырамай ғына. – Ҡошҡа ла һунар итә ул. Йөрөмә шул соҡор тирәһендә, аңһыҙҙан үҙеңә ырғып ҡуймаһын, тәүбә-тәүбә!
– Ә уның балалары ҡайҙа икән?
– Балаламаған әле, августа йә сентябрҙә инде… Ояһына таш-фәлән бәреп ҡуйма! – Өләсәйем тағы киҫәтеп ҡуйҙы. – Йылғаға һыу эсергә төшә ул, юлын бүлмә, йәме, ишетһен ҡолағың.
– Ә ниңә, өләсәй, үлтерәйек тә ҡуяйыҡ ул ҡурҡыныс йыланды, – тим, – йә берәйһен сағыр…
– Ерле юҡҡамы? Саҡмаҫ. Ә тере йәнде ҡыйырға ярамай, йылан булһа ла. Тәбиғәт уны бар иткән икән, йәшәһен, кәрәге тейә, тимәк.
– Йыландың ни кәрәге бул­һын?
– Ағыуы дарыу, ти, уның.
Йыланлы аҡланда бесән сабып, күбә күбәләп, аҙналап ваҡыт үтә. Шул арала йылан тураһында һүҙ ҙә йыш сыға. Төрлө ырымдар, арбауҙар иҫкә төшөрөлә. «Сығыр булһаң, сыҡ, йылан. Сыҡмаҫ булһаң, ят, йылан, ятҡан ерҙә ҡат, йылан», – тип һамаҡлап йөрөйөм, һаҡланам, йәнәһе. Белгегеҙ килһә, ул йыландан мин генә түгел, этебеҙ Ҡарағолаҡ та шөрләй ине. Бер мәлде сәйгә мәтрүшкәгә тип китеп бар­һам, баяғы соҡорҙан сәйер тауыш килә, ата ҡаҙ, ғәҙәттә, бәпкәһен ҡурсып шулай ыҫылдай: ыҫ-ҫ, ы-ыҫ-ҫ! Ни күрәм: соҡор башында Ҡарағолаҡ ҡымшанмай ҙа арт аяҡтарында ултыра, аҫта теге йылан башын күтәреп ыҫылдай. Икеһе лә бер-береһенән күҙен алмай, аңдышалар. Ниһайәт, йылан сытыр араһына шылышты, йәшеренде, Ҡарағолаҡ миңә килеп һырпаланды.
– Уф, ҡотто алды, яуыз! – тигәйнем, өләсәйем тағы яҡлашты йыланды:
– Яуызға – яуыз, ә изгелеккә изгелекле ул.
…Имеш, баҫыуҙа ашнаҡсы булып эшләгән ҡатын һауыт-һаба йыуған һыуын йырынға түгәйем тиһә, унда мыжғышып ваҡ ҡына йылан балалары ята, ти. Ул быларҙы йәлләгәндер инде, ара-тирә шундағы бер таш уйымына һөт-фәлән ҡойоп киткеләгән. Ураҡ бөтөп барғанда, көн яуынға әйләнеп, эш туҡтаған, комбайнсылар ауыл­ға ҡайтып киткән. Ашнаҡсы машинанан тороп ҡалған. Ҡалмаҫ ине, ҡапыл ҡурҡыныс ҙур йыландар килеп сығып, аяғына уралған, машина киткәс кенә ысҡындырған, ти.
Ҡатын йәйәү ҡайтырға бул­ған. Йә, Хоҙай, йылғаға килеп етһә, ни күрә: күпер емерелгән, машина ауған, кешеләр имгәнешкән!
Аңлаған инде ашнаҡсы – йыландар уға рәхмәт әйткән, һәләкәттән ҡотҡарған.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code