Дәүләкәндәр балыҡтарҙы ҡотҡарҙы

Хайуан-ҡоштарға ғына түгел, ҡыш көнө балыҡтарға ла бик ауырға тура килә. Бәлки, был хаҡта күптәрегеҙ белмәйҙер ҙә әле. Йылға-күл өҫтәрен ҡалын боҙ ҡатламы ҡаплағас, уның аҫтындағы үҫемлектәр серей, кислород кәмегәндән-кәмей бара. Шуға балыҡтарға ла тын алыуы ауырлаша, үлем, тонсоғоу ҡурҡыныстары янай башлай.

«Таҙа боҙ» акцияһында беҙ ҙә ҡатнаштыҡ».

Ошоно күҙ уңында тотоп, республикабыҙҙа йыл һайын «Балыҡты тонсоғоу­ҙан ҡотҡар!» акцияһы уҙғарыла. Тәби­ғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ойошторған сарала йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, балыҡсылар, ауыл кешеләре лә ҡатнашып, үҙ өлө­шөн индерергә ашыға. «Асылыкүл» тәби­ғәт паркы хеҙмәткәрҙәре лә унан ситтә ҡалманы, ҡаргиҙәрҙә күлгә төштө.
– Яҡын-тирәләге һыу ятҡылыҡтарында балыҡтар тонсоғоу осраҡтары булды. Беҙҙең Асылыкүлдә, шөкөр, ундай хәл күҙәтелгәне юҡ әле. Сөнки һәр ваҡыт мәкеләр уйып торабыҙ. Үткән аҙнала ғына, мәҫәлән, 450-не эшләнек. Ә ҡыш буйына быраулауҙарҙы һанай китһәң, иҫәп-хисабы юҡ инде ул. Ял көндәрендә балыҡ тоторға килгән егеттәргә лә ҡушабыҙ. Улар беҙҙең менән бик дуҫ, яр­ҙам итергә әҙер торалар. Тик быйыл ҡар аҙ булғас, балыҡсылар әҙерәк. Былтыр боҙ өҫтөндә 600-ләп кеше ултыра торғайны. Консерва, шешә, тәмәке төпсөктәрен ташламаһындар өсөн улар­ҙы алдан иҫкәртәбеҙ. Тәбиғәт байлығыбыҙ беҙ­ҙән һуң да ҡалһын өсөн үҙебеҙсә тырышабыҙ, күлебеҙҙе һаҡлайбыҙ, – ти өлкән инспектор Ғәбделхәй Миңлекәй улы Миңлекәй.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Асылыкүлдә шамбы, һаҙан, алабуға, алабалыҡ, ҡарабалыҡ, сурағайҙарҙың үрсеүен белдек. Балыҡсылар араһында 8 килограмм ауырлыҡтағы һыла балығын тотоусылар ҙа булған.

Балалар ҙа йәлеп ителә

Тирә-яҡ тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү йәһәтенән балалар ҙа төрлө сараларға йәлеп ителә. Бигерәк тә Ҡоръятмаҫ, Мәкәш, Романовка, Ҡыҙрас мәктәптәре менән әүҙем бәйләнеш булдырылған. «Асылыкүл» тәбиғәт паркының экологик мәғрифәт буйынса методисы Илмира Фәзуллина был белем усаҡтарында йыш ҡына ҡурсаулыҡ дәрестәре ойоштороп тора. Ҡоръятмаҫта – ҡышлаусы ҡоштар, Романовкала «Мегаполиста нисек экологик йәшәү рәүеше алып барырға?» тигән темаларға һөйләшеүҙәр уҙғарылһа, яңыраҡ Ҡыҙраста Ер көнө уңайынан үткән. Балалар был байрамдың килеп сығыу тарихы менән танышҡан, ерҙәге тормошто яҡшыртыуҙа үҙ өлөшөңдө индереү буйынса төрлө һорауҙарға яуап биргән, бергәләп һүрәттәр, плакаттар төшөргәндәр.
– Беҙ йыл әйләнәһенә «Таҙа яр», «Та­ҙа һыу», «Таҙа күл» кеүек төрлө акциялар үткәрәбеҙ. Йәй көндәрендә генә түгел, ҡышын да Асылыкүлдең боҙ өҫтөн йыйыштырмайынса булмай. Балыҡсылар үҙҙәре артынан әллә күпме сүп-сар ҡалдыра. Ғинуар, февраль айҙарында «Таҙа боҙ» акцияһына сыҡтыҡ. Алға ауыл хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл кешеләре, уҡыусылар, уҡытыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты, – ти Илмира Фәзуллина.
«Үҙ ҡулдарың менән тағараҡ» конкурсын уҙғарыу ҙа матур бер йолаға әйләнгән. Балалар эштәрен мәктәп яны биләмәләренә элгән, иң матурҙары төрлө номинацияларҙа билдәләнгән. 7 – 9 йәшлектәр араһында Илмир Миңлебаев, Рида Миңлеғәлиева, 10 – 13 йәшлектәр­ҙән Анна Эйснер, Влада һәм Денис Малкиндар, Айһылыу Мөхәмәтшиналар I урындарға лайыҡ булып, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән.
Әле балалар сыйырсыҡтарға оялар ҙа яһаған. Уларҙы тышҡа элеп ҡуясаҡтар. Матур-матур эштәрҙе күреп, йырсы ҡош­ҡайҙар, эй, ҡыуанып, тағы ла моңлораҡ һайрар инде.
Шулай бергәләп эшләйҙәр ҙә, күңелле ял да итәләр. Йәйге эҫе көндәрҙә тәбиғи парк хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп Асылыкүл буйына экскурсияға сығалар. Төрлө уйындар уйнап, тәбиғәт ҡосағында тәмле сәй эсеп, онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайталар.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Дәүләкән районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code