Чипсы нисек барлыҡҡа килгән?

Балалар яратҡан чипсы 1853 йылдың 24 авгусында АҠШ-та осраҡлы ғына рәүештә уйлап табыла. Ул ваҡытта Джордж Крам Саратога-Спрингс шифаханаһының Moon Lake Lodge ҡунаҡханаһындағы ресторанда шеф-ашнаҡсы булып эшләй. Бер көндө Вандербильдт исемле тимер юл буйынса аҡһөйәк, ҡурылған картуфығыҙ ҡалын туралған, тип ризыҡты кире ҡайтара. Ашнаҡсы ризаһыҙлыҡ белдереүсене шаяртып, бер аҙ үсен дә ҡайтарырға теләй. Уйлап таба бит юлын. Икенсе тап­ҡыр был аҡһөйәккә картуфты ҡағыҙ киҫәге ҡалынлығында ғына киҫеп, май­ҙа ҡыҙҙырып бирә. Ризыҡты өҫтәленә ҡуй­ғас, һайлансыҡ әҙәм берәүһен генә ашап ҡарай ҙа тәмлелегенә шаҡ ҡата. Дуҫтары ла был ашамлыҡты бик оҡшата. Шунан уны «Саратога чипсылары» тип йөрөтә башлайҙар. Ул ресторандың фирма ризығына әйләнә.

1860 йылда Крам үҙенең ресторанын аса, һәр бер өҫтәлгә кәрзингә һалынған чипсы ҡуйыла. Эшләүе еңел бул­ғанлыҡтан, башҡа туҡланыу урындарында ла тәҡдим ителә. Ә 1890 йылдан Уильям Тэппендон исемле һатыусы ярҙамында урамдарҙа ла һатыла. Ул әҙер продукцияны ҡағыҙ төргәктәргә төрөү юлын да уйлап сығара. Кливленд ҡалаһында йәшәүселәргә был идея бик оҡшай һәм чипсы «һә» тигәнсе алынып бөтә. Шулай Уильям тиҙ арала байып та китә.
Тик ҡыҙҙырылған картуф телемдәре ҡағыҙ төргәктә оҙаҡ һаҡлана алмай, шуға күрә 1926 йылда Лора Скаддер ялтыратылған ҡағыҙҙа һаҡлау ысулын уйлап таба. Был юл транспортта таратыу, магазиндарҙа һатыу өсөн дә бик уңайлы була.
Оҙаҡламай яңы мәсьәлә килеп тыуа – һорау тәҡдимдән артып китә. Шул айҡанлы 1929 йылда Фриман Макбет күп итеп чипсы бешереүсе махсус машина эшләй. Ошо ваҡыттан ҡытырлап тор­ған был ашамлыҡты күпләп һатыуға сығарыу башлана.
1940 йылға тиклем чипсыға тоҙҙан башҡа бер нәмә лә ҡушылмай. Ҙур булмаған Tayto тигән ирланд компанияһы уны етештереүҙә тәмләткестәр ҡушыу юлын уйлап тапҡас ҡына башҡа консерванттар өҫтәлә башлай. Оҙаҡ­ламай был ризыҡ стабилизатор, ароматизаторҙар менән тулылана.

Ғәҙәти булмаған тәжрибә

Магазинда һатылған чипсы, төрлө тәмләткестәр ҡушыл­ған сохарыйҙы балалар бигерәк тә ярата. Ашҡаҙаныңды бөтөрәһең инде, тиһәң дә тыңлап бармайҙар. Был ашам­лыҡтың һаулыҡҡа зыянлығын аңлатыр өсөн бер мәктәп уҡыусылары химия уҡытыусылары менән бергәләп ғәҙәти булмаған тәжрибә үткәреп ҡараған. 12 ҡомаҡты дүрт төркөмгә бүлеп, берәүҙәрен – чипсы, икенселәрен сохарый менән һыйлағандар. Өсөнсөләренең аҙығына тәмде көсәйтеүсе натрий глутаматы Е621 һалып торғандар, дүртенселәренә йәшелсә-емеш, бойҙай ашат­ҡандар. Шунан ни булғанмы? Тәүгеләре, чипсы менән һыйланыусылар, 20 көндән һуң бер-бер артлы ҡырыла башлаған. Үлер алдынан күҙҙәре һуҡырайған, йөндәре ҡойолоп, ялтырап бөткән. Организмдарын тикшереп ҡарағас, бауыр циррозынан юҡҡа сығыуҙары асыҡланған, ашҡаҙан һәм күҙҙәре лә зарарланған. Сохарый ашаусылар менән дә хәлдәр бигүк шәптән булмаған. Өсөнсө төркөмдәгеләр натрий глутаматына бәйле булып, аг­рессивҡа әйләнгән. Дүртенселәр генә үҙҙәрен һәйбәт тойған. Тәжрибә үткәргәндән һуң ғына был балалар чипсы менән сохарый ашамай башлаған.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code