Чечен һуғышында ҡатнашҡан

Атайымдың исеме – Илһам. Ул 1977 йылдың 19 ғинуарында Бишҡурай ауылында Фина һәм Әхмәт олатайымдарҙың ишле, татыу, эшһөйәр ғаиләһендә донъяға килгән. Ауыл мәктәбендә һигеҙенсе синыфты тамамлағас, район үҙәге Үрге Йәркәйҙәге һөнәрселек училищеһында белем ала. Техниканы бик ярата, теләп өйрәнә. Практика үткәндә үҙебеҙҙең ауылға ҡайтып, ырҙын табағында ашлыҡ таҙартыу машиналарын хеҙмәтләндерә. Эш ваҡытында бармаҡтарын ҡыҫтыра, уны әсәһенә күрһәтмәй, түҙеп йөрөй. Һуңынан ғына өләсәйем белеп ҡала.
Шулай итеп, атайым аҡыллы, сабыр, уңған егет булып буй еткерә. Бала саҡтан хәрби хеҙмәт, хәрби кейем тураһында хыяллана. Уйы тормошҡа аша, ил һаҡларға әрме сафына алына.

– Ул ваҡытта Чечен һуғышы тураһында әллә ниндәй шомло хәбәрҙәр йөрөнө, – ти өләсәйем. – Балаҡайымды шунда ғына ебәрмәһәләр ярар ине, тип көн-төн теләнек.
Ә атайымдан хат юҡ та юҡ. Оҙаҡ ваҡыттан һуң ғына хәбәр килеп төшә. Ул үҙенең Чечен Республикаһында хеҙмәт итеүен белдереп яҙа.
Олатайым менән өләсәйем бик ныҡ ҡайғыра, телевизор­ҙан күрһәткән ҡурҡыныс күренештәрҙән һуң төндәрен йоҡлай алмайҙар. Өҙөлгән бармаҡтарым ауылымда, мин мотлаҡ иҫән ҡайтасаҡмын, тип атайым уларҙы тынысландыра.
Тағы ла хәбәрһеҙ дүрт ай үтә. Ҡа­ты бәрелештәр ваҡытында хат ҡай­ғыһы булмағандыр инде. Өйҙәгеләр билдәһеҙлектән аҡылдан яҙыр хәлгә етә. Олатайым улым әсирлеккә генә төшмәһә ярар ине, башҡаһына түҙергә булыр, тип теләгән. Балам иҫән-һау ҡайтһа, ҡорбан салырбыҙ, тиҙәр.
Ун бер айҙан һуң атайым ҡайтып төшә. Бөтә туғандар шатлана. Өләсәйем уны ҡосаҡлап алғас, аяҡһыҙ ҡала, һаулығы ныҡ ҡаҡшағанлыҡтан, йөрөмәй башлай. Тыныс­ланғас, атлап китә. Атайымдың иҫәнлегенә ҡорбан салып, туғандарҙы йыйып, Ҡөрьән уҡыталар.
Әлеге көндә беҙ ауылда бик матур йәшәп ятабыҙ. Атайым менән әсәйем Муса Гәрәев исемендәге колхозда эшләй, ғаиләбеҙҙә өс ҡыҙ, бер малай үҫә. Бәләкәй туғаныбыҙ Илданды бик яратабыҙ, атайым кеүек булдыҡлы, эшсән, сабыр егет булып үҫер, тип ышанабыҙ.

Лиана МУСИНА, VIII синыф уҡыусыһы.
Илеш районы, Муса Гәрәев исемендәге Бишҡурай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code