Ауыр ғазап

Һаумыһығыҙ, хәлдәрегеҙ нисек, дуҫтарым? Көн артынан көн үтеп, һеҙ тағы ла бер йылға ҙурайҙығыҙ, аҡылландығыҙ, тормош тәжрибәһе тупланығыҙ, шулай бит? Кейем үлсәмегеҙ генә түгел, аң кимәлегеҙ ҙә үҫеште. Тирә-яҡ мөхиткә ҡыҙыҡһыныуы­ғыҙ арта, кемдәрегеҙҙер «тәүге мөхәббәт» хистәрендә дөрләп янһа, ҡайһы берәүҙәрегеҙ башкөллө фән менән шөғөлләнә.

Комендант сәғәте

Көтөп алған йәйге каникул да етте. Иң оҙон ял, өс ай! Берҙән, күңелгә рәхәт, икенсе яҡтан, балиғ булмаған балалары булған ғаиләләр өсөн һынау кеүек тә был көндәр. Ауыл ерендә малай­ҙар, ҡыҙҙар һәр ваҡыт күҙ уңында кеүек тойолһа ла, барыбер хәүеф-хәтәрҙән һаҡ булырға кәрәк. Ана, яңыраҡ бер әсә тышҡа ғына сыҡҡан арала бәләкәй бала өҫтөнә ҡайнар …

Continue reading ‘Комендант сәғәте’ »

Стәрлетамаҡ мәктәбендәге тетрәндергес хәл

Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптә булған ғәҙәттән тыш хәл уйланырға мәжбүр итә. Коррекцион синыфта уҡыған 15 йәшлек үҫмер кабинетҡа бысаҡ һәм бензин һалынған һауыт тотоп килә, уҡытыусыға, бер ҡыҙға сәнсә, үҙен яралай, компьютерға ут төртә. Бер ҡыҙ ҡурҡышынан тәҙрәнән һикерә. Әйткәндәй, һуңғы арала ғына Рәсәйҙең 5 – 6 мәктәбендә ошоға оҡшаш ваҡиға булған. Кем ғәйепле бында? Тағы …

Continue reading ‘Стәрлетамаҡ мәктәбендәге тетрәндергес хәл’ »

Үсекләгән өсөн дә яза бар

Белмәү насар түгел, белергә теләмәү насар, тиҙәр бит. Шуға күрә лә һеҙгә бөгөн киң тарала башлаған бер аламалыҡ тураһында аңлатып үткем килә. Мин балалар һәм үҫмер­ҙәр менән тығыҙ эшләйем. Инде нисә йыл дәүерендә үҙебеҙҙең йәм­ғиәтебеҙҙең бәләкәс, әммә тулы хоҡуҡлы граждандарына ҡанун тарафынан нимә яҡшы, нимә насар икәнен төшөндөрөргә тырышам. Эйе, ҡануни йәм­ғиәттә йәшәгәс, һеҙҙең хо­ҡуҡтарығыҙҙан …

Continue reading ‘Үсекләгән өсөн дә яза бар’ »

Ҡомарлы уйындар тыйыла

Минең өләсәйҙәре, олатайҙары менән кәрт һуҡҡан ҡыҙҙарҙы, малайҙарҙы күргәнем бар. Үҙебеҙ ҙә бәләкәй саҡта уйнай торғайныҡ. Быны ҡомарлы тип әйтеп буламы? Юҡтыр. Бары тик еңеү, отолоп ҡалмаҫ өсөн генә тырышаһың бит. Хәтерҙең дә яҡшы булыуы кәрәк әле: кемдең ниндәй кәртте нимә менән япҡанын иҫтә тотоп ултырырға тура килә бит. Ә бына аҡсаға уйнаһаң инде, ябай …

Continue reading ‘Ҡомарлы уйындар тыйыла’ »

Әҙәп, бәхет бергә йөрөй

Һуңғы йылдарҙа эскелектең өлкәндәр араһында ныҡ таралыуы, улай ғына ла түгел, балалар һәм үҫмерҙәр алкоголизмы тигән төшөнсә барлыҡҡа килеүе бик аяныслы хәл. 15 – 16 йәшлектәрҙең республикала был хроник ауырыу буйынса иҫәптә тороуы ҡот осҡос бит. Кем ғәйепле һуң бында?

Ҡанун бөтәһе өсөн дә бер

Хоҡуҡи дәүләттә йәшәйбеҙ, тиһәләр ҙә, суд, юриспруденция, конституция, кодекс кеүек төшөнсәләр бик аңлайышһыҙ кеүек тойола һәм беҙгә уларҙың ҡағылышы ла юҡ һымаҡ. Күптәр һәр бер аҙымыбыҙ, ҡылған эшебеҙ – бөтә тормошобоҙ ниндәйҙер ҡанундар менән тәртиптә тотолғанын аңлап етмәй. Мәҫәлән, кеше урам буйлап китеп барғанда ла, хоҡуҡ күҙлегенән йәйәүле булып тора һәм ул светофорҙың ҡыҙыл төҫө …

Continue reading ‘Ҡанун бөтәһе өсөн дә бер’ »

Инспекторҙар менән үткән бер көн

«Өфө ҡалаһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге» 2012 йылда ойошторола. 2016 йылда уның тәжрибәһе Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы коллегияһында алдынғы тип табыла һәм илдең бүтән төбәктәрендә лә ошондай үҙәктәр асырға тәҡдим ителә. Өфөнөң һәр районында йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәгенең бүлектәре бар. Уларҙың эше менән яҡынданыраҡ танышырға тип, беҙ Орджоникидзе районы буйынса балиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуын иҫкәртеү бүлеге …

Continue reading ‘Инспекторҙар менән үткән бер көн’ »

Интернетта сүп-сар ҙа күп

«Башинформ»да интернетта балаларҙың хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә арналған матбуғат кәңәшмәһе үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы буйынса Бала хоҡуҡтары вәкиле Милана Скоробогатова, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова һәм «Касперский лабораторияһы»ның балалар интернет хәүефһеҙлеге буйынса эксперты Константин Игнатьев ҡатнашты.

Киләсәгеңә кәртә ҡуйма!

Тағы бер уҡыу йылы тамамлана. Алда – һағынып көтөп алған иң оҙон каникул! Әммә ул күңелле һәм бәлә-ҡазаһыҙ үтһен өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында үткән ата-әсәләр йыйылышының бер өлөшө лә ошо темаға арналды. Унда Киров районы эске эштәр бүлегенән балиғ булмағандар эштәре буйынса өлкән инспектор, полиция майоры Светлана Хәлит …

Continue reading ‘Киләсәгеңә кәртә ҡуйма!’ »