Сахайҙағы тәжрибә

Икенсе сменала уҡытыуҙы бөтөрөү дауам итә. Бына, мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районының Сахай мәктәбе уҡыусылары өсөн үҙенсәлекле юл тапҡандар. Буш торған администра­тив бина төҙөкләндерелеп, урындағы мәктәпкә тапшырыл­ған.

Ҡыҙыу элемтә эшләй

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында Бер­ҙәм дәүләт имтиханы үткәреү буйынса ҡыҙыу элемтә эшләй. Һынауҙа ҡатнашыусылар, улар­ҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар, ойоштороусылар 8 (347) 218-03-81, 218-03-28 телефон һандары буйынса имтиханға ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала. Бынан тыш, БДИ-ла хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡында ла хәбәр итергә мөмкин.

Психология фәне индерелә

Оҙаҡламай мәктәптәрҙән вундеркинд балалар сығыр инде. Ниндәй генә фәндәр уҡытмайҙар! Инде бына Рәсәй мәктәптәрендә психология дәресен дә индермәкселәр. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, өсөнсөнән ун беренсе синыфҡа тиклем дәреслектәр әҙер ҙә инде. Һорау, яуаптары менән эш дәфтәрҙәре лә бар.

Тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү

Башҡортостан депутаттары яңы ҡанун сығарҙы. Хәҙер балиғ булмағандар эштәре буйынса комиссия талаптарын үтәмәгән өсөн штраф түләтә башлаясаҡтар. Һүҙ үҫмерҙәр һәм балалар араһында тәртип бо­ҙоу­ҙарҙы иҫкәртеүҙең мөһимлеге тураһында бара.

Яна – Рәсәй еңеүсеһе

Баш ҡаланың 82-се гимназия уҡыу­сыһы Яна Мәжитова «Минең хыялымдағы цирк» тигән Бөтә Рәсәй балалар конкурсының еңеүсеһе бул­ған. Ул картинаһында билдәле клоун, актёр Юрий Никулинды цирк фонында төшөргән. Ҡыҙ үҙ тиңдәштәре араһында еңеп кенә ҡалмаған, тамашасылар һөйөүен дә яулаған.

Рәсәй тикшереү көндәре

Бөтә Рәсәй тикшереү көндәре билдәле булды. Ул, мәктәп етәкселеге хәл итеүенсә, IV – VI һәм XI синыфтар өсөн уҙасаҡ. Сығарылыш синыфтары өсөн һынау 20 мартта сит телдән башлана. 21 март – тарихтан, 3 апрель – географиянан, 5-е – химиянан, 10-ы – физиканан, 12-һе биологиянан үтә. 17, 19 апрелдә дүртенселәрҙе иң беренсе урыҫ теленән тикшерәсәктәр, 24-е …

Continue reading ‘Рәсәй тикшереү көндәре’ »

«Урал батыры»

Силәбе өлкәһендә беренсе тап­ҡыр «Урал батыры» балалар этноконкурсының һайлап алыу туры үтте. Уны президент грантын яулаусы — «Афарин» баш­ҡорт мил­ли балалар студияһы ойошторҙо. Сыбаркүл, Арғаяш, Пластов һәм Ҡоншаҡ райондарынан, Силәбе һәм Златоустан 30-лаған конкурсант үҙенең физик һәм ижади һәләттәрен күр­һәтте.

Рәхмәт хаты алды

Мәскәүҙә үткән кәңәшмәлә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министры Ольга Васильева республикабыҙҙың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡоваға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Ул бындай баһаны Бөтә Рәсәй кимәлендә уҙғарған мөһим сараларҙы яҡшы әҙерлек һәм юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн алды.

Һынау иншалары

Уҙған аҙнала республикала 18 мең 500-ҙән ашыу сығарылыш синыф уҡыусыһы – йомғаҡлау иншаһы, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнгән 300 бала изложение яҙҙы. Уның һөҙөмтәһе буйынса уҡыусыларға Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуға рөхсәт биреү хәл ителәсәк. Балаларҙың ижади эште нисек үтәүҙәре 21 декабргә тиклем билдәле буласаҡ.

Ҡытай теленән дә БДИ булырмы?

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре фекеренсә, өс йылдан ҡытай теленән һынау мотлаҡ һаналасаҡ. Ә унан тәүге имтихандарҙы туғыҙынсылар алдағы 2018 йылда уҡ биреп ҡарай ала.