Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!

2 февраль – Рәсәйҙә Хәрби дан көнө, немец-фашист ғәскәрҙәрен Сталинград ҡалаһы янында тар-мар иткән тарихи көн. Сталинград һуғышы 1942 йылдың 17 июлендә башланып, 1943 йылдың 2 февраленә тиклем бара, 200 көндән артыҡ дауам итә. Был һуғышта 1 миллион 129 мең совет һалдаты һәләк була. Ваҡиға тарихҡа иң ҡан ҡойғос, иң масштаблы һуғыш, дәһшәтле көндәр булараҡ …

Continue reading ‘Оноторға хаҡыбыҙ юҡ!’ »

Һағынып иҫкә алабыҙ

Өләсәйемдең атаһы Ҡәтип Мөхәмәҙи улы Мөхәмәҙиев 1941 йылдың июлендә һуғышҡа алына. Сталинград һуғышында ҡатнаша. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1945 йылда ҡарт олатайым яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.

Һуғыш йылъяҙмасыһы

Башҡортостан Республикаһының Милли архивында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, Яҙыу­сылар союзы ағзаһы, фронтта нәшер ителгән «Ҡыҙыл атлылар» гәзите хеҙмәткәре Әхтәм Сөләймән улы Ихсановтың шәхси фонды һаҡлана. Ул 1908 йылдың 24 декабрендә хәҙерге Күгәрсен районының Аҡман-Ибрай ауылында тыуып үҫә. 1929 йылдан «Башҡортостан йәштәре», «Коммуна», «Баҫыу ударнигы» һәм «Удар төҙөлөш» гәзиттәре редакцияларында эшләй. 1933 – 1937 йылдарҙа …

Continue reading ‘Һуғыш йылъяҙмасыһы’ »

Һәр саҡ иҫкә алабыҙ

Ҡартатайым Кашаф Усманов 1941 йылдың 18 авгусында һуғышҡа алына. Һауа-десант ғәскәрҙәренә эләгә. Балтик буйындағы алышта фашистарҙың ике танкыһын яндыра. Был батырлығы өсөн уны II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләйҙәр.

Саҡ-саҡ иҫән ҡалған

Ауылдашыбыҙ Ғайса Күсәрбаев 1942 йылда фронтҡа китә. Ул пулемётсы була. Пушкаларҙы үгеҙ менән күсереп йөрөтәләр. – 1943 йылда беҙҙе Курск дуғаһы йүнәлешендә III Украина фронтына  алып киттеләр. Немец илбаҫарҙары йоҡлаған саҡта кемдер һал менән, кемдер кәмә менән Днепрҙы аша сыҡтыҡ. Таң атыуға һөжүмгә әҙерләндек. Һыу юҡ. Ҡып-ҡыҙыл ҡан булып аҡҡан йылғанан һалдаттарға эсергә тура килде.

Ауырлыҡты тылда татығандар

Дүрт йыл элек ҡәҙерле өләсәйем яҡты донъя­нан китеп барҙы. Мин уны ныҡ һағынам, гел иҫкә алам. Беҙ бик дуҫ булдыҡ. Өләсәйемдең һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлай торғайным. Кистәрен яны­на ултырып, бәләкәй сағы тураһында һораша инем.

Еңеү яулап ҡайта

Ауылдашыбыҙ Хәллә Сөләймәнов һуғышҡа 1941 йылдың декабрендә ки­тә. Тәүҙә Американың «Фордзон» трак­торы менән пушкалар һөйрәтә, унан элемтәсе була, Курск дуғаһындағы алыштарҙа ҡатнаша. «Шундағы һуғыштан да имәнесерәге булмағандыр, әй­терһең дә, ер менән күк тоташҡайны», – тип хәтерләр булған был турала. Унда бөтәһе 1 мең 200 немец һәм совет танкылары ҡатнаша. Бәрелеш Прохоровка ауылы янында үтә.

Еңеү хаҡы

Еңеү! Ниндәй ҙур мәғәнә һалынған был һүҙгә. Уны яулау өсөн күпме көс түгелгән, миллионлаған ғүмер ҡыйылған. Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр ул. Ете балалы Шәмсейыһан һәм Әбделнәғим Ғатауллиндар ғаиләһе Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән улдары Нуриҙы фронтҡа оҙата. Ул Ленинград өсөн барған ҡаты бәрелештә ҡатнаша, яралана, госпиталдә дауаланып сыҡҡас, ҡабат …

Continue reading ‘Еңеү хаҡы’ »