Күмәкләп өмәгә сыҡтыҡ

Ауылыбыҙҙы сүп-сар баҫыуы йәнде әрнетә. Ошоно күреп, Аҡъярҙағы 2-се мәктәптең иң әүҙем уҡыусылары «Ауылыбыҙ таҙалығы – беҙҙең ҡулда» тигән экологик өмә үткәрергә ҡарар итте. Унда V – XI синыф ҡыҙҙары һәм малайҙары йәлеп ителде. Майҙың матур бер көнөндә барыһы ла дәррәү йыйылып, һәр береһе үҙенә йөкмәтелгән эште үтәне. Бишенселәр таҙалыҡҡа әйҙәп, ауыл буйлап буклеттар, флаер­ҙар …

Continue reading ‘Күмәкләп өмәгә сыҡтыҡ’ »

Ҡалабыҙ булһын таҙа

Мин Өфөлә йәшәйем. Тыу­ған ҡаламды бик яратам. Күп парктар, музейҙар, һәйкәлдәр уны йәмләп тора. Беҙ, мәктәп уҡыусылары, уҡытыу­сыларыбыҙ менән йәшәгән урыныбыҙҙы таҙартабыҙ, өмәләрҙә тырышып эшләйбеҙ. Мәктәп баҡсаһында төрлө-төрлө матур сәскәләр үҫтерәбеҙ.

Өмәгә сыҡтыҡ

Экологик өмәләр йыл да үткәрелеп тора. Ләкин был ғына тирә-яҡты таҙа тотоуҙа аҙыраҡ. Көн дә булһын иғтибар. Һәр әҙәм балаһы үҙе йәшәгән төбәкте бысратмаһын, тәртиптә тотһон ине ул.

Йәнтөйәкте йәмләп йәшәйек!

Бөтә ил буйынса иғлан ителгән «Бергәләп» акцияһы барышында Аҡморон мәктәбендә экологик дәрестәр үтте. Маҡсаты – балаларҙа тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, таҙалыҡты һаҡларға өйрәтеү, тирә-яҡ мөхитебеҙҙе киләсәк быуындарға саф килеш ҡалдырырға, сүп-сарҙы урам буйына ташламаҫҡа өндәү.

Беҙ – тәбиғәт балалары

Аҡъярҙағы 2-се мәктәптең ике коллективы Өфөлә үткән экологик театрҙар фестивалендә ҡатнашты. Был сара Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналғайны. Ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының Мәғариф, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлыҡтары.

Сәйәхәттең була төрлөһө

Бөтә Рәсәй буйынса иғлан ителгән «Экология белеме көнө» тип аталған китапхана акцияһынан беҙ ҙә ситтә тороп ҡалманыҡ. Сара балаларға экологик тәрбиә биреү, тәбиғәт ҡомартҡылары, үҫемлек һәм хайуандар донъяһы менән таныштырыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде. Унда 3-сө мәктәп һәм интернат-лицейҙың III, IV синыф уҡыусылары ҡатнашты.

Беҙҙә эко-тимурсылар бар!

Эко-тимурсылар хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Беҙҙең гимназияла күп улар. Башта «Ҡыҙыл китап»тағы хайуан, ҡоштар, үҫемлектәр менән танышып, күпте белделәр. Унан үҙҙәре өлкәндәр һәм балалар араһында тәбиғәтте һаҡлау, яҡлау буйынса ҙур эш алып бара башланы. Урамдарҙа листовка тараталар. Төрлө материалдар­ҙан ҡоштарға тағараҡтар эшләп, Рихард Зорге урамындағы урман паркына элеп ҡуйҙылар. Карина Шакирова, Миша Вяхирев, Арина Александрова, Данил …

Continue reading ‘Беҙҙә эко-тимурсылар бар!’ »

Кем ул егерь?

Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылын ҡаршылап, мәктәбебеҙҙә биоло­гия һәм экология ун көнлөгө үтте. Бик күп саралар ойошторолдо. Асыҡ дәрестәр, конкурс һәм викториналар – барыһы ла фәһемле булды. Беҙгә бигерәк тә егерь Рәүеф ағай Сафин менән осрашыу оҡшаны. Уны биология уҡытыусыһы Әлфиә Рәсүл ҡыҙы Әҡбәрова ойоштор­ғайны. Дәүләт һунарсы­лыҡ күҙәтеү бүлегенең хеҙмәте менән таныштыҡ. Рәүеф …

Continue reading ‘Кем ул егерь?’ »

Мауыҡтырғыс сәйәхәт

Яңыраҡ 38-се моделле балалар китапханаһында «Уҡыу ҡалаһында экомажаралар» тигән кисә уҙҙы. Ул бик ҡыҙыҡлы булды. Балалар экологияға ҡағылышлы викторина һорауҙарына яуап бирҙе, уйындар ҙа уйнаны. «Был ерҙә миңә лә, һиңә лә йәшәргә», «Экопанорама», «Ҡурсаулы Рәсәй», «Ҡурсаулы Башҡортостан» исемле сағыу китап күргәҙмәһе менән дә таныштылар.

Ҡурҡыныс төш

Хөкөм залы. Ғәйепләнеүсе – мин, тимер рәшәткә эсендә ултырам. Хөкөмдар – йәм-йәшел күлдәк кейгән матур апай. Ҡарашы шул тиклем уҫал, күтәрелеп ҡарарға ла ҡур­ҡып торам.