Тәбиғәт тә үс аламы?

Беҙ – тәбиғәт балалары, тип әйтергә яратабыҙ. Эйе, ун­һыҙ кем мин, һин, ул – барыбыҙ ҙа? Йәшәй алабыҙмы тәбиғәт­һеҙ? Юҡ, юҡ, тағы ла бер тапҡыр ЮҠ! Үҙебеҙҙе КЕШЕ, күпте белеүсе, ҙур эштәр ҡыйратыусы итеп беләбеҙ һәм күрһәтәбеҙ. Беҙ өйҙәр төҙөйбөҙ, машиналар эшләйбеҙ, картиналар яҙабыҙ, көйҙәр ижад итәбеҙ. Йә, ҡай­һыһы уларҙың тәбиғәттән башҡа барлыҡҡа килә?! Көй …

Continue reading ‘Тәбиғәт тә үс аламы?’ »

Эй, кешеләр, уянайыҡ!

Был донъяла һәр кемдең үҙ тыуған төйәге бар. Ул әсәйҙәй яҡын һәм ғәзиз! Хәйбулланың иге-сиге булмаған ҡылғанлы далалар иркенлегендә уйнап үҫкән ҡыҙ мин. Ошо киң ялан-ҡырҙар данлыҡлы шағир Ҡәҙим Аралбаевҡа илһам биргән, уны бөйөк иткән булһа, Ишморат ағай Илбәковта ҡурайға һөйөү уятып, уны ғүмерлеккә ҡурай менән бәйләгән. Башҡорт­остандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, күренекле яҙыусы Ғәзим …

Continue reading ‘Эй, кешеләр, уянайыҡ!’ »

Еремдең күҙ йәше…

Милләтем – башҡорт. Телем – башҡорт теле. Тыуған ерем, илем – Башҡортостан. «Тыуған төйәгем ҡояш нурҙарына сумған, киң ялан баҫыуҙарында иген башаҡтары тул­ҡынлана, бейек-бейек тау теҙмәләре урман менән ҡапланған, ә инде шишмә һыуҙарын һөйләп тораһы ла юҡ», – тип теҙеп һөйләйем яңы ғына танышҡан ят сит ил ҡыҙына. Ә ул мине ҡыҙыҡһынып тыңлағандан һуң: «Эй, …

Continue reading ‘Еремдең күҙ йәше…’ »

Еңеүселәргә – бүләктәр

Йыл һайын йәйге каникулда «Йәй һәм китап» конкурсы үткәрелә. Быйылғыһы Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылына арналды. Бәйге дүрт этаптан тор­ҙо, унда ҙур теләк менән 6 йәштән 16 йәшкә тиклем балалар ҡатнашты. Бөтәһенең дә эштәре үҙенсәлекле һәм йөкмәткеле ине. Ҡыҙҙар һәм малайҙар экология темаһына гәзит тә сығарҙы, онлайн-конкурста репортаж эшләп, «Бәйләнештә» селтәрендәге Шәһит Хоҙайбирҙин …

Continue reading ‘Еңеүселәргә – бүләктәр’ »

Айыу ниңә һөжүм итә?

Ауыл халҡының айыу­ҙарҙың малға тейе­үе тураһында күтәргән проб­лемалары ҡул­ға ҡәләм алырға, тәбиғәтебеҙҙең бер өлөшө булған урман хужа­һын яҡлап, үҙемдең фекеремде яҙыр­ға мәжбүр итте. Әлбиттә, улар ҙур зыян килтерә: кемдеңдер бер­ҙән-бер һыйырын йәки атын йыға, күҙ терәп торған малынан яҙҙыра. Былай ҙа көскә йәшәп ятҡан ауыл кешеһе өсөн был матди яҡтан оло бәлә инде. Ләкин ни …

Continue reading ‘Айыу ниңә һөжүм итә?’ »

Сәхнәлә – экологик әкиәт

Манышты ауылында балалар өсөн «Белмәҫйән һәм тәбиғәт байрамы» исемле экологик әкиәт сәхнәләштерелде. Уның геройҙары тәбиғәттең көндән-көн моңайыуына аптырашып, нисек тә булһа ярҙам итеү сараларын эҙләргә ҡарар итә. Бергәләшеп уйлашҡандан һуң, улар йылғаларҙы таҙа тоторға, ағас­тарҙы ҡырҡмаҫҡа, тигән ҡарарға килә. Ҡыҙҙар һәм малайҙар Белмәҫйән (Рәлиә Йомағужина), Белерйән (Айһылыу Хәсәнова), Тюбик (Гөлназ Сафуанова) һәм Гусля (Гөлфиә Шәйхетдинова) …

Continue reading ‘Сәхнәлә – экологик әкиәт’ »

Рәхмәт әйтерҙәр беҙгә!

Әкиәт Борон замандарҙа түгел, Әле беҙҙең көндәрҙә, Тәбиғәттең ҡосағында Йәшәгән, ти, бер ғаилә. Ер-әсәнең шәфҡәт нуры Бар йыһанды балҡытҡан, Күкбатырҙың эшсәнлеге Тирә-яҡта дан тотҡан.

Йылғабыҙ булһын таҙа!

«Таҙа Һаҡмар» акцияһына Хәйбулла районының Әбеш мәктәбе лә ихлас ҡушылды. Экологик өмәгә уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа сыҡты. – Таҙалыҡ үҙебеҙ өсөн. Һаҡмар йылғаһының киләсәге лә – беҙҙең ҡулда. Шуға ла өмәгә дәррәү сыҡтыҡ. Йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙарттыҡ. Беҙҙең тирәлә Һаҡмар йәмләнеп киткәндәй булды, – ти VI синыф уҡыусыһы Гүзәл Бикташева. Афарин, әбештәр!

Беҙ йыйыштырабыҙ, ә кемдер сүпләй…

Беҙҙең Бишҡурай ауылына нигеҙ һалыусы Сәпәрәй, Чәр­мәк олатайҙар 1257 йылда ошо гүзәл тәбиғәт ҡосағына килеп урынлашҡан. Ул ва­ҡытта кешеләр ер-һыу­ға ҡарата мәрхәмәтле бул­ған, йыл­ға буйҙарын сүп-сар­ға күммәгәндәр. Ә хә­ҙер…