Премия – Сәлимә Дәүләтшинаға!

Дуҫтар, «Йәншишмә»­нең быйылғы тәүге һанын күргәс: «Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премия быйыл бер кемгә лә бирелмәйме икән ни?» – тип аптырап та ҡал­ғанһығыҙҙыр әле. Ә беҙ үҙебеҙсә сюрприз яһарға булдыҡ.

Ҡыш бабай бүләктәре

Яңы йыл яҡынайған һайын Әтәс нығыраҡ борсолдо. Эштәре Тауыҡ сүпләһә лә бөткөһөҙ бит. Ни тиһәң дә, йыл хужаһы булыу еңелдән түгел икән шул. Хәҙер Эт алдында яуап тоторға кәрәк. «Бөтә эште миңә ҡалдырған­һың», – тип бәйләнерлек булмаһын. Юғиһә, ләүкелдеге сыға торған. Әтәс йәһәт кенә «Йәншишмә»нең йыллыҡ төпләмәһен ҡарап сыҡты. Матур эшләгәнбеҙ икән, тип ҡуйҙы. Географиябыҙ …

Continue reading ‘Ҡыш бабай бүләктәре’ »

Кремль Шыршыһы көтә

26 декабрҙә Мәскәүҙә уҙасаҡ Шыршы байрамына республикабыҙҙан 114 уҡыусы бара. Бындай бәхет уҡыу алдынғыларына, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүселәргә, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте лидерҙарына тәтене. Төп Яңы йыл тантанаһына юлланыусылар араһында шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булғандарҙың, хәрби хәрәкәт ветерандарының улдары, ҡыҙҙары ла бар. Кремль һарайында …

Continue reading ‘Кремль Шыршыһы көтә’ »

Тағы ла бер яңы мәктәп!

Баш ҡаланың Октябрь районына ҡараған Ну­ғай ауылында өр-яңы белем усағы үҙенең ишектәрен асты. Ул 1 мең 250 балаға иҫәпләнгән. Ике уҡыу һәм бер спорт менән шөғөлләнеү өсөн блоктарҙан тора. Заманса техника менән йы­һазландырылған компьютерҙар кабинеты, интерактив комплекс, 504 урынға иҫәплән­гән тамаша залы, 402 урынлыҡ ашханаһы бар. Ике йыл дауам иткән төҙөлөштө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм …

Continue reading ‘Тағы ла бер яңы мәктәп!’ »

Ҡыҙҙар ҡыуанысы

Ура-а! Еңеү! Гөлфиә менән Регинаның шатлығы эсенә һыймай. Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡып яна. Күпме көткәйнеләр. Атай-әсәйҙәре лә уларға ышанып, призлы урын алһағыҙ, беҙҙең юбилейға ҙур бүләк тә булыр, тигәйне. Гөлфиә лә, еңһәм генә ярар ине, тип нисәмә тапҡыр эстән генә ҡабатлап йөрөнө. Ҡыҙҙар ныҡ итеп тырышты. Йәй көндәрен дә бушҡа үткәрмәнеләр. Ауыл клубында булһа ла теннис …

Continue reading ‘Ҡыҙҙар ҡыуанысы’ »

Һөйөнсө, яңы китабыбыҙ сыҡты!

Яңыраҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының бер төркөм уҡыусылары – Розана Әхтәмова, Роберт Горбунов, Эльвина Семёнова һәм беҙ шиғырҙарыбыҙ тупланған «Кем мин?» тип аталған китабыбыҙҙы алып ҡыуандыҡ. Һәр беребеҙ уны үҙ ҡулына алып, сәхнәнән сығыш яһарға ла өлгөрҙөк инде. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә Ғәлиә Кәлимуллина ижад емештәребеҙҙе туплап, баш һүҙ яҙып, баҫмаға әҙерләне. Ә …

Continue reading ‘Һөйөнсө, яңы китабыбыҙ сыҡты!’ »

Донъя кубогы Өфөгә килде!

Салауат Юлаев майҙанында футбол буйынса донъя беренселеге кубогын (FIFA) өфөләр ҡайнар сәләмләне. Тантанала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне. Футбол буйынса донъя беренселегенең төп трофейы – кубогы илебеҙ ҡалалары буйлап гиҙеүен дауам итә. Өфө – эстафетаны алған дүртенсе ҡала. Быға тиклем уны Красноярск, Омск һәм Силәбе ҡалалары ҡабул итеп алды һәм күршеләренә оҙатты. …

Continue reading ‘Донъя кубогы Өфөгә килде!’ »