Сахалинда ҡышҡы уйындар бара
Сахалинда «Азия балалары» I Халыҡ-ара ҡышҡы балалар спорт уйындары бара. Унда 20 илдән бөтәһе – 28 команда, йәғни меңдән ашыу 16 йәшкә тиклемге спортсы ҡатнаша. Непал, Иордания, Япония, Афғанстан, Кувейт, Корея һәм башҡа яҡтарҙан килгәндәр. Сахалин спортсыларҙы 30 градус һыуығы менән ҡаршы алды. Бығаса ҡарҙы бер тапҡыр ҙа күргәндәре булмаған ҡайһы бер үҫмерҙәргә ҡырыҫ һауа …