Оҫталыҡҡа ни етә?!

Технология дәресендә был ҡыҙҙар нимәләр генә эшләргә өйрәнмәй?! Тегәләр, бәйләйҙәр, сигәләр, сәйләндән төрлө биҙәүес әйберҙәре үрәләр. Межгорье ҡалаһындағы 1-се мәктәптә технология уҡытыусыһы Светлана Борисовна Анпилованың уҡыусыла­ры бына шулай ысын хужабикәләр булып үҫә. Бүлмәләре лә заманса йыһазландырылған. Оҫталыҡҡа өйрәнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Килеп ингәс тә ҡыҙҙар­ҙың ижад өлгөләрен күреп, хайран ҡалаһың. Улар күҙҙең яуын алып …

Continue reading ‘Оҫталыҡҡа ни етә?!’ »

Башҡортостан да проектҡа ҡушылды

…Яңыраҡ юғары уҡыу йортон тамамлаған тарих уҡытыусыһы мәктәп музейында дүртенселәргә үҙҙәренең Псков ҡалаһының партизандары тураһында һөйләй. Кемдер уны йотлоғоп тыңлай, икенсе берәүҙәр ҡы­ҙыҡ­һынғанын тыштан ғына күр­һәтергә тырыша. Ә Оксана исем­ле ҡыҙ бөтөнләй ҡолаҡсындар аша музыка тыңлау менән мәш­ғүл һәм хатта тәьҫирләнеп, ҡушылып йырлап та ҡуя. Бөтәһе лә уға әйләнеп ҡарай, уҡытыусы дәрес аҙағында Оксанаға өҫтәмә …

Continue reading ‘Башҡортостан да проектҡа ҡушылды’ »

Олатайым – ҡалҡаным

Был яҙма Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында йәшәүсе Вилүр Мәүлитов һәм уның ейәнсәре Нурияның үҙ-ара һөйләшеүҙәренә шаһит булғандан һуң яҙылды. – Олатай, һин мине яратаңмы? – Эй, ҡолонсағым, матурым, һиндәй ҙә аҡыллы, һиндәй ҙә матур баланы яратмай буламмы? – Олатай, мине тағы бейетәңме? – Әйҙә, балам, әйҙә! Баянда уйнайыммы, ҡурайҙамы? – Ә баянда, ҡурайҙа тик бейеү …

Continue reading ‘Олатайым – ҡалҡаным’ »

Бергәләп тырышҡас

Эт ролен башҡарыусы Илдан Мортазин шул тиклем оҫта уйнаны. Хас артист тиер­һең үҙен! Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Баҡһаң, малай киләсәктә ошо һөнәр эйәһе булырға теләй икән. Айбулат Ҡоҙабаев, Нурмөхәмәт Шәһәр­ғәзин, Кәрим Хөснуллин, Арыҫлан Ишморатов, Нәркәс Мусина, Әлиә Сурина, Нәркәс Миңлейәровалар ҙа бигерәк килештерҙе. III «В» синыфын тамамлаған был балалар уҡытыусылары Гөлгөнә Зәйнетдинова менән «Эт үҙенә нисек …

Continue reading ‘Бергәләп тырышҡас’ »

Башҡортостанда егет уҡыусыларға бысаҡ менән ташланған һәм мәктәпкә ут төрткән

Стәрлетамаҡтағы 1-се мәктәптә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Уҡыусы балаларға бысаҡ менән ташланған, һуңынан класҡа ут төрткән. «Мәктәптә ниндәйҙер егет бысаҡ тотоп йүгереп йөрөнө. Уҡытыусы ишекте тотоп торҙо, һуңынан кабинетҡа килеп инде. Егет бер ҡыҙға бысаҡ менән сәнсте, ҡыҙ иһә икенсе ҡаттан һикерҙе», — ти ваҡиға шаһиттары.

Әйшә менән Сәйет уҡырға бара

Мәктәп тупһаһына тәүге тапҡыр аяҡ баҫыу – ғүмер миҙгеленең иң сағыу, иҫтәлекле ваҡиғаларының береһе. Тулҡынланып көтөп алынған көн күңелдә мәңгелеккә уйылып ҡала. Матур уҡыу формалары кейеп, аллы-гөллө гөлләмәләр тотоп уҡырға юлланыусы беренселәрҙең йөҙҙәрендә шатлыҡ, ҡыуаныс хистәре балҡый. Уларҙы өр-яңы мөхит ҡаршылай, синыфташтар менән танышыу, тәүге уҡытыусы менән осрашыу, әкиәт иленә килеп ингәндәй, ылыҡтыра. Кескәйҙәр белем …

Continue reading ‘Әйшә менән Сәйет уҡырға бара’ »

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!

Хөрмәтле балалар, атай-әсәй­ҙәр, олатай-өләсәйҙәр! Әс-сәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ! Һеҙҙе бөтә донъя мосолмандарының изге байрамы – Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайым. Аллаһы Тәғәлә эшләгән изгелектәребеҙҙе, салған ҡорбандарыбыҙҙы ҡабул итеп алһын. Ике донъяның да бәхет-сәғәҙәттәрен насип ит­һен. Һәр ғаиләгә татыулыҡ, ныҡлы сәләмәтлек, именлек, бәхет, күңелдәребеҙҙең сафлығын, рух ныҡлығы һәм таҙалығы бирһен!