Буласаҡ сәхнә йондоҙҙары ҡайҙа үҫә? Урал Рәшитов студияһында!

Дүрт ҡатлы бейек йорттоң ҡапҡаһын асып, эскә ингәс тә аллы-гөллө сәскәләр иғтибарҙы йәлеп итә. Ихата йәм-йәшел үлән менән ҡапланған. Балалар майҙансығы ла бар, бер яҡ ситтә ләүкелдәп ап-аҡ ҡына эттәре лә өрөп тора. Ултырып ял итер өсөн уңайлы ғына беседка ла яһап ҡуйылған. Ҡала ситендә хан һарайындай ошондай күркәм йортта кемдәр йәшәй икән, тиһегеҙме? Билдәле композитор, «Яңғыҙ миләш», «Әлдермеш», «Тыуған яҡ», «Ҡыҙыл розалар» кеүек популяр йырҙар авторы Урал Рәшитов һәм уның матур, татыу ғаиләһе.

Килеп ингәс тә, улар­ҙың ҡунаҡсыллығы, ябайлығы хайран итте. Аш-һыу бүлмәһенә үткәс, хужабикәнең уңғанлығы күҙгә салынмай ҡалманы. Айгөл (сәхнә исеме – Азалия) бигерәк бешеренергә оҫта икән. Ғаилә башлығына ла һүҙ тейҙерерлек түгел, йорттағы күп кенә йыһаздарҙы үҙ ҡулдары менән эшләгән булып сыҡты. Бөтә ерҙә тәртип. Мөхәббәтле ғаиләлә бәхеткә, ата-әсәһенең на­ҙына, йылыһына сорналып, өс бала үҫә. Әйткәндәй, өлкәндәр һөй­ләшкәндә уларҙың барлығы ла һиҙелмәне. Уйын бүлмәһендә Морат ағаһы менән Әмирә апа­һы бер йәше лә тулмаған Булат ҡустыларын илатмай ғына ҡарап тор­ҙо бит әле.
Урал Рәшитовтың эш бүлмәһе иң өҫкө – дүртенсе ҡатта. Унда музыкаль аппаратураларҙан тыш, гантель, тренажёр, гер кеүек спорт кәрәк-яраҡтары ла урын алған. Сәләмәт тормош алып бар­ған композитор спорт менән дә даими шө­ғөл­ләнә. Балаларын да үҙенең өлгөһөндә тәрбиәләй. Ҡырҡ тапҡыр әйтеп аңлатҡансы, бер тап­ҡыр күрһәтеү отош­лораҡ шул. Бергәләп йүгерәләр, күмәкләп шөғөлләнәләр.
Тормош иптәшенең ижадына мөкиббән ҡатыны уға һәр яҡлап терәк булырға тырыша.
– Хоҙай Тәғәлә тарафынан шундай һәләт бирелгән икән, был турала һәр ваҡыт иҫтә тоторға кәрәк. Әгәр һыу бер урын­да аҡмай торһа, ул йәшәрә, боҙола башлар ине. Урал да саҡ ҡына ижад эшенән туҡталып ҡалһа, бөтә нәмә кирегә киткән кеүек. Ә йыр яҙыл­ған ва­ҡытта – өйҙә байрам. Әлеге көндә ул – 400-ҙән артыҡ йыр авторы. Урал – халыҡ ярат­ҡан композитор. Мин үҙем дә – башта уның ижадына ғашиҡ булған кеше. Шул арҡала танышып киттек. Хәҙер инде бергәбеҙ.
Тормош иптәшем – иҫ китмәле һәйбәт атай, ныҡлы терәк булырҙай ғаилә башлығы ла. Ҡулынан килмәгәне юҡ. Ир-ат башҡара торған бөтә эштәрҙе лә белә. Бер ваҡытта ла сантехник саҡыртып ултырғаныбыҙ юҡ. Ағастан өҫтәл-ултыр­ғыстарҙы бына тигән итеп үҙе яһап ҡуя. Кәрәк булһа, телеңде йоторлоҡ итеп аш-һыуын да әҙерләй, – ти Айгөл ире менән ғорурланып.
Композиторҙың бөтә ерҙә лә тәртип урынлаштырылған гаражында бул­ғас, быға тағы ла бер тапҡыр инандыҡ. Унда бөтә кәрәкле эш ҡоралдары менән бергә сал­ғыға һәм уны сүкей тор­ған тапауға тиклем бар. Эргә-тирәләге ҡый үләндәрен сабып, матурлап, таҙалап ҡына тора уңған ғаилә башлығы.
– Айгөл, һин үҙең дә – ижад кешеһе. Матур йырлайһың. Әйткәндәй, Уралдың күп кенә йырҙарын үҙең башҡараһың. Ләкин һуңғы йылдарҙа күренмәйерәк тораһың, – тип һорамай булдыра алманыҡ.
– Мин бәпестәр үҫтерәм. Икебеҙ ҙә карьера тураһында ғына уйлаһаҡ, бөгөнгө был матурлыҡтар булыр инеме ни? Әлеге ваҡытта Урал Рәшитов ижады менән йәшәйем. Уның продюсеры булараҡ, бөтә килешеүҙәр төҙөү, шағирҙар, йырсылар менән бәйләнеш булдырыу, документ эштәре, концерттар ойоштороу, ғаилә йылыһын һаҡлау – барыһы ла минең иңемдә. Юридик яҡтан да бөтә нәмәне хәл итергә кәрәк. Мәрхүмә Хәниә Фәрхи ҡасандыр: «Йырҙарың да, концертың да булыр, иң башта ғаиләңде нығыт. Мин дә ҡырҡ­ты уҙғас ҡына танылыу яулай башланым», – тигәйне. Дөрөҫ әйткән. Уға шул тиклем рәхмәтлемен. Минең барыһы ла алда әле!
Өйҙә ултырам, тигәс тә, ижадты бөтөнләй ташлап ҡуйманым бит мин. Йырҙар яҙҙыр­ҙым, клиптар төшөрҙөм. Бына тигән балаларыбыҙ үҫеп килә. Өлкән улыбыҙ Морат дүртенселә уҡыһа, Әмирәбеҙ беренсегә ба­ра. Булатыбыҙ балалар баҡсаһына йөрөй башлаһа, рәхәтләнеп, йөҙөп йөрөп эшләргә була. Иң мөһиме, хәҙер үҙебеҙҙең студиябыҙ бар, – ти Айгөл, ҡәнәғәт йылмайып.
Студияны улар өс бүлмәле фатирҙарын һатып, үҙҙәренең аҡсаһына ала. Майҙаны 350 квадрат метр булған ҙур, заманса йы­һаз­ландырылған студияла бөтә уңайлыҡтар, шарт­тар булдырылған, 12 кабинет эшләй. Үҙ ваҡытында шундай бинаны биргәндәре өсөн Рәшитовтар хөкүмәтебеҙгә сик­һеҙ рәхмәтле. Тәүҙә ҡуртымға ғына алыр­ға уйлайҙар, хәҙер һатып ал­ғандарына ҡыуанып бөтә алмайҙар. Йыр яҙҙырыр­ға теләгән бөтә дуҫтарына, таныштарына ла – ишек асыҡ.
Рәшитовтар өсөн иң ҡыуаныслы ваҡиғалар­ҙың береһе – бында балалар ижады үҙәге эшләй башлауы. Әле 50-нән артыҡ ҡыҙ һәм малай шөғөлләнә. Улар вокал, бейеү дәрестәре менән бергә, телде лә өйрәнә. Һәр эш көнө шунан башлана ла. «Балаларҙың күбеһе йырлау түгел, һөйләшә лә белмәй бит хә­ҙер. Беҙ үҙебеҙҙең йыр­ҙарҙы тыңлатып, өйрәтеп, шуларҙы яҙҙыртабыҙ», – ти Айгөл.
Бәләкәстәр, 3 – 4 йәшлектәр, менән Айгөл Рәшитова шөғөлләнһә, өлкәнерәктәр менән – За­һир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сән­ғәт институтынан саҡырыл­ған уҡытыусылар, профессорҙар. Билдәле диктор Флүрә Мурзинаның килеп дәрестәр биреүе үҙе генә ни тора?!
– Балалар менән эшләүе шул тиклем рәхәт, – ти Урал Камил улы. – Улар пластилин һымаҡ. Нисек теләйһең, шулай әүәләп алырға мөмкин. Дәрестәрҙе һағынып көтөп алалар. «Урал ағай, Айгөл апай», – тип ҡосаҡтарын йәйеп, ҡаршыбыҙға йүгереп киләләр. Ә ҡыланыштары һуң! Студияға инеп, ҡолаҡсындар кейеп ултырып, йырҙарын яҙ­ҙырғанда үҙҙәрен нисек тот­ҡандарын күр­һәгеҙ икән! Ысын артис­тар, тип торорһоң.
Бер йыл эсендә тулы бер альбомлыҡ йырҙары йыйыла. Уйлап ҡараһаң, мин үҙемдең тәүге йырымды профессиональ студияла 27 йәшемдә генә яҙҙыр­ғайным. Унда ла юғалып ҡалғайным: йырлай алмайым, тубыҡтар ҡалтырай. Ә был балалар бәләкәйҙән сәхнәлә үҙҙәрен нисек тоторға, ҡурҡмаҫҡа өйрәнә. «Ошо урындан ҡабаттан яҙҙырырға мөмкинме?», «Бын­да мин үҙемә бик оҡшап етмәйем», – тип теләктәрен дә ҡыйыу ғына еткереп баралар. Профессиональ артистарҙы күреп-белеп үҫәләр. Был да бик мөһим.
Ҡыҙ­ҙар, малайҙарға бигерәк тә танылған артистар менән бергә дуэтта йырлау оҡшай. Улар­ҙан шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре лә алалар. Кемгә эләгә әле бындай бәхет! Шуға ла, йыраҡ, тип тормай, Иг­линдан, Шишмәнән дә йөрөйҙәрҙер ин­де.
Бер төрлөлөктән ялҡып кит­һәләр, Айгөл апайҙары ниндәй ҙә булһа яңы программа өҫтөндә уйлана башлай. Концерт әҙерләйҙәр. Ҙур сәхнәләрҙә сығыш яһайҙар, телевидениеға төшөрөп тә күрһәтәләр. Беҙҙең маҡсатыбыҙ ҙа – уларҙы ҙур сәхнәләргә әҙерләү. Киләсәктә лицензия алып, балаларҙың дәүләт өлгөһөндәге дипломдар алып сығыуҙары тура­һында хыялланам.
Ысынлап та, әкиәт иленә эләккән һымаҡ тоя балалар бында үҙҙәрен. Ә быйыл Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм мәғариф бүлеге менән һөйләшеп, яңы уҡыу йылынан баш ҡалалағы Киров районының бөтә мәктәптәрендә лә студияның филиалдарын ойошторорға ниәтләйҙәр. Шулай итеп, яҡын киләсәктә унда йә­нә 500-ләп бала йәлеп ителәсәк. Бының өсөн студияның мөмкинлектәре етерлек.
Рәшитовтарҙың изге эшендә уңыштар, яңы үрҙәр, тоғро дуҫтар теләп ҡалабыҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code