Болан

Ҡыраҡа тау ҡарағайы
Тоғро дуҫ боландарға:
Һыйынып үҫәләр улар
Йөҙйәшәр олондарға.
Тороп ҡалһа боланһыҙ,
Урман булыр даланһыҙ…
Башҡортостан урмандарында болан (марал) һәм мышылар йәшәй. Һуңғы йылдарҙа был матурҡайҙарҙың һаны ныҡ кәмегән, сөнки уларҙы бүреләр генә түгел, браконьерҙар ҙа аяуһыҙ аулай.

Ғөмүмән, боландар Ер йөҙөндә киң таралған һәм уларҙың бихисап төр­ҙәре бар. Бесәй ҙурлыҡ ҡыналары ла осрай. Көньяҡ-көнсығыш Азияла, Ява, Шри-Ланка утрауҙарында, мәҫәлән. Һыу боланы ла була. Хәүеф янай ҡалһа, ул һыуға һикерә лә сумып йәшенә, һыу төбөндә атлап йөрөй. Был мәҙәк болан Төньяк Америкала төйәкләнгән.
Европала, Төньяҡ Азияла мышылар күп. Улар уҫал бүреләргә лә ҡаршы тора ала. Ата мышы үҙенә һөжүм иткән бүренең маңлайын ярғансы тибә… Мөгөҙҙәрендә лә ҡеүәт юҡ түгел уның, әлбиттә.
Ала-сыбар болан, лань һәм һинд замбары ла – беҙҙең боландарҙың яҡын ҡәрҙәштәре. Улар – үҙ-ара татыу хайуандар, көтөүгә берләшеп көн күрәләр. Инә боландар айырыуса баласыл, 2 – 3 йәшлек балаларын да туплап, эйәртеп йөрөтәләр. Арктикала, Төньяҡ Америкала йәшәгәндәренең тиреләре лә ҡалыныраҡ, йөнлөрәк, ә тояҡтары ҡалын ҡар аҫтындағы мүкте соҡоп алырлыҡ ныҡ һәм көслө.
Болан – илгәҙәк хайуан, кешегә тиҙ эйәләшә. Тәбиғи шарттарҙа ул үлән, бәшмәк, ағас япрағы менән туҡлана. Төньяҡ боланы, мәҫәлән, хужалыҡта, беҙҙәге аттар шикелле, кешегә алмаштырғыһыҙ тоғро ярҙамсы.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code