Бишенселәргә – «бишле»!

Иҫәнғолдағы башҡорт гимназияһы уҡыу­сылары быйыл да акциябыҙға ихлас ҡушылды. Был юлы бишенселәр синыфтары менән «Йәншишмә»гә яҙылды! Шундайҙар күберәк булһын ине!
– Беҙҙең синыфта бөтәһе 20 уҡыусы, – тип ҡаршыланы тәрбиәселәре Гөлнара Барис ҡыҙы Бирҙеғолова. – Татыубыҙ, бер­ҙәмбеҙ. Китап, гәзит-журналдар уҡырға яратабыҙ. Искәндәр Бирҙеғолов, Фидан Дәүләтбаев, Илназ Күсәрбаев, Рената Ғайсина, Эльвира Йәғәфәрова гел «бишле»гә генә өлгәшә. Уларҙан башҡалар ҙа ҡалышмай.

Яңыраҡ «Көҙгө бал» кисәһе үткәйне. Унда беренсе урын алдыҡ. Спорттан да һынатмай беҙҙекеләр. Көҙгө кроста Вилдан Ғафаров менән Рената Ғайсина – беренсе, Илнар Ғүмәров менән Эльвира Йәғәфәрова – икенсе, ә Фидан Дәүләтбаев менән Ләйсән Усмановалар өсөнсө булды.
Бына ҡалай шәп икән дә бишенселәр! Синыф етәкселәре Гөлфиә Дамир ҡыҙы Мәхийәнованы ла, тәрбиәселәре Гөлнара Барис ҡыҙы Бирҙеғолованы ла гел генә ҡыуандырып торалар.
Бармы һеҙҙә шундай синыфтар? Йә, тағы кемдәр өлгө күрһәтер?

М. СӘЙЕТОВ.
Ейәнсура районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code