Беренсегә бара Искәндәр

Искәндәрҙең күптән инде уҡыусы булғыһы килә. Ата-әсәһе үҙенә матур мәктәп формаһы, портфель һәм башҡа уҡыу кәрәк-яраҡтары алғас, белем усағына бигерәк тә ашҡына ул!

Лилиә апай менән Илһам ағай Кирәевтәр­ҙең ғаиләһендә өс бала. Өлкән ҡыҙ­ҙары Диана, мәктәпте алтын миҙалға тамамлап, Ҡазан федераль университеты студенты булып китте. Алтынсыға барған Илназ да тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә, «Робото­техника» түңәрәген­дә шөғөлләнеп, күп уңыштар ҙа яулай. Кеселәре Искәндәр ҙә ҙурайҙы хә­ҙер.
Өлгөлө ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар ата-әсәләре ке­үек тырыш, маҡсатлы булып үҫеп килә. Белем тауына ашҡын­ған Искәндәр ҙә апа­һы менән ағаһынан һис ҡалышмаҫ. Баҡсаға йөрөгән сағынан уҡ ул йыр-бейеү менән ҡыҙыҡ­һына, күптән инде хәреф танып, уҡырға-яҙырға ла өйрәнгән. Быйыл Искәндәр Кирәев Раевка ауылындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы буласаҡ. Уҡытыусыһы, Баш­ҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Әхмәтова ла беренсе­ләр­ҙе ҡабул итер өсөн ең һыҙғанып эш башлаған да инде.
Искәндәргә белем тауына арымай-талмай үрләһен, ата-әсәһенең өмөтөн аҡлап, мәктәптән көн дә һөйөнөслө хәбәр­ҙәр генә алып ҡайт­һын, тип теләйек.

Әлмира КАШАПОВА.
Әлшәй районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code