Бер мәктәптән яҙалар

Бесәй менән эттең дуҫлығы

Бесәйемдең исеме – Лена. Һоро төҫлө, минең менән уйнарға бик әүәҫ. Үҙем нимә ашайым, шуны уға ла бирәм, «Вискас»ты ла йәлләмәйем. Йылдың төрлө миҙгелендә лә урамда саф һауала йөрөтөргә тырышам.
Этем Став та бигерәк аҡыллы. Миңә уны атайым баҙарҙан һатып алып ҡайтып бүләк итте. Ул ҡара төҫлө, ҙур кәүҙәле. Быйыл 5 йәш тулды. Беҙ уның менән «Таяҡ» уйынын уйнайбыҙ. Мин ырғытам, Став килтереп бирә. Һөйәкте нисек кимергәнен ҡарап тороуы үҙе бер ҡыҙыҡ. Ә иң ҙур шатлығым – бесәйем менән этемдең дуҫ йәшәүе.

Рамаҙан ИБРАҺИМОВ.

Мәктәпкә саҡлы оҙата

Этемде үҙемә эйәләштерер алдынан бик күп китаптар уҡыным, фильмдар ҡараным, был хайуанҡай­ҙарҙың холоҡтарын өйрәндем. Хәҙер Бим – минең айырылмаҫ дуҫым, ҡотҡарыусым, яҡлаусым. Мәктәпкә саҡлы оҙата, ҡаршы ала.
Эттәрҙең үҙҙәренең хужаларына тоғро булыуҙары хаҡында ла яҡшы беләм. Полиция хеҙмәткәрҙәренең дә алмаштырғыһыҙ ярҙамсылары бит улар, күпме енәйәттәрҙе асырға ярҙам итәләр.

Линар ХӘСӘНОВ.

Күңелемдә тик яҡшылыҡ

Минең бесәйем һоро төҫтә, йөндәре ялтырап тора. Уны бәләкәй саҡта Саҡмағош районындағы Митрәй-Әйүп ауылында йәшәгән олатайым менән өләсәйемә ҡунаҡҡа барғанда таптым. Был яҡшы этте ҡулыма эйәләштер­ҙем. Ит, колбаса, һөйәк – уның яратҡан ризығы. Тешләгәне лә булды, салбарымды йыртты, ләкин үпкәләмәйем. Уны яҡшылыҡ менән еңергә тырышам. Ҡыш көнө ояһына һалам түшәйем, йылы курткалар йәйәм. Хайуандар кеше күңелен аңлай бит ул.

Азалиә ЗӘЙНӘҒЕТДИНОВА.

Ғаиләм – таянысым

Ғаиләлә яҡын кешеләрең менән бер-береңә терәк булып, ярҙам итеп йәшәү оло бәхеттер, тим. Минең дә яратҡан әсәйем, атайым, өләсәйем, туғандарым бар. Әсәйемдең исеме – Гөлнара. Гөлдәр үҫтерергә ярата, тәмле итеп аштар бешерә. Өйҙә яҡтылыҡ нурҙары сәсеүсе лә. Ә атайымдың исеме – Айҙар. Ул әсәйемә йорт эштәрендә ярҙам итә. Гел бергәләп саф һауала йөрөйбөҙ. Ҡә­ҙер­ле­ләребеҙ беҙҙе наҙ­лап, иркәләп кенә үҫтерә.
Яратҡан апайым Азалиә VII синыфта уҡый. Кешелекле, ярҙамсыл ул. Буш ва­ҡытта бергә уйнайбыҙ, ҡы­ҙыҡлы китаптар уҡыйбыҙ.
Рима өләсәйем – беҙгә бар яҡлап та өлгө. Уның ҡул эштәренә, бешергән бауыр­һаҡтарына ҡарап, оҫталығына хайран ҡалаһың.
Беҙҙең дә һәйбәт кешеләр булып үҫеүебеҙҙе теләй өләсәйем. Доғалары уҫал елдәр­ҙән һаҡлап йөрөтһөн ине.

Розалиә КӘРИМОВА, III «В» синыфы уҡыусылары.
Туймазы районы, Ҡандралағы  Әсғәт Мирзаһитов исемендәге 2-се мәктәп.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code