Берҙән-бергенәм!

Тыуған илем – минең республикам,
Яратам мин һине гел генә.
Һинән башҡа гүзәл, матур ер юҡ,
Һин бит минең берҙән-бергенәм.

Ҡуйы ҡара һинең урмандарың,
Ғорур тора ҡая-тауҙарың.
Саф һыулы ла һинең шишмәләрең,
Хәтфә кеүек болон-ҡырҙарың.

Нурзилә РЫҪҠОЛОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code