Белдекле абитуриенттар әҙерләнәсәк

Яңы уҡыу йылынан республика инженер интернат-лицейында Өфө дәүләт нефть техник һәм Башҡорт дәүләт университеттарының йүнәлешле синыфтары асыла. Тәүгеһе – физика-математика һәм физика-химия, икенсеһе социаль-гуманитар фәндәр буйынса буласаҡ. Был универсарий алды проектында ҡатнашыусы X – XI синыфтар, ғә­ҙәти уҡыу программаһынан тыш, синыфтан тыш сәғәттәр­ҙә университет уҡытыусыларының лекцияларын тыңлаясаҡ, алған белемен күсмә семинарҙарҙа нығытасаҡ, төрлө кимәлдәге олимпиада-конкурс­тарға әҙерләнәсәк. Йүнәлешле синыфта уҡыусылар Өфө дәүләт нефть техник университетының технопаркын барып ҡараясаҡ. Бындай уҡыу системаһы нигеҙендә төрлө уҡыу формалары ҡулланылған ҡатнаш уҡытыу моделе ята. Шулай итеп, уҡыу йорто һәм интернат-лицей араһында бәйләнеш булдырыу белдекле абитуриенттарҙы әҙерләүҙе көсәйтәсәк.

Белем усағы директоры Флүр Шаһисолтанов әйтеүенсә, Өфө дәүләт нефть техник университетында база кафедраһын булдырыу хәл ителгән, әле тәрәнәйтеп өйрәнеләсәк уҡыу программалары, өлкән синыфтарҙың тикшеренеү, проект һәм синыфтан тыш эшмәкәрлеге буйынса эш алып барыла. БДУ ректоры Николай Морозкин менән дә килешеү төҙөлөп, ике яҡ хеҙмәттәшлек һорауҙары ҡаралған.
Йүнәлешле синыфтарға балалар һайлап алынған да инде. Һәйбәт әҙерлекле уҡыусылар­ҙың бергә уҡыуы тағы ла юғарыраҡ уңыштарға ирешергә ярҙам итәсәк.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code