Беҙ йыйыштырабыҙ, ә кемдер сүпләй…

Беҙҙең Бишҡурай ауылына нигеҙ һалыусы Сәпәрәй, Чәр­мәк олатайҙар 1257 йылда ошо гүзәл тәбиғәт ҡосағына килеп урынлашҡан. Ул ва­ҡытта кешеләр ер-һыу­ға ҡарата мәрхәмәтле бул­ған, йыл­ға буйҙарын сүп-сар­ға күммәгәндәр. Ә хә­ҙер…

Әлдә әле өмәләр ойошторола. Ауыл советы хеҙмәткәрҙәре юл буйҙарын таҙартты. Көндәр йылытыу менән халыҡ та ишек алдын, ҡапҡа төптәрен йыйыштыр­ҙы. Беҙ ҙә мәктәп алды биләмәһен, ауыл эсен тәртипкә, йылға буйын, шишмәләр­ҙе ипкә килтерҙек. Бөтә тирә-йүн матурланып ҡалды.
Тик оҙаҡҡамы икән? Кеше йөрөмәгән ерҙә генә тәбиғәт күркәм ҡала. Беҙ йыйыш­тыр­ған күл буйына ял итергә туҡтайҙар, шул гүзәллеккә һоҡланалар, ә үҙҙәре сүп-сар ҡалдырып китәләр.
Тирә-яғыбыҙ яҡлауға мохтаж. Уны бер ҡасан да сүп-сарға күммәй, ҡәҙерләп кенә йәшәһәк ине.

Ралина ХӘМИҘУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code