Беҙ ҙә ситтә ҡалмайбыҙ

Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылында мәктәбебеҙҙә бик күп саралар үткәрелде. Тирә-яҡты һаҡлау эшенә уҡыусылар ҙа, уҡытыусыларыбыҙ ҙа әүҙем ҡушылды. Ауыл, мәктәп биләмәһен таҙартыу буйынса өмәләр ойошторолдо. Мәктәп баҡсаһына үҫентеләр ултырттыҡ, экологик акцияларҙа ҡатнаштыҡ, асыҡ синыф сәғәте үткәр­ҙек. Унда тыуған еренә ерегеп, уның байлығын ҡәҙерләргә тырышып йәшәгән хеҙмәт ветерандарын саҡырҙыҡ. Синыф етәксебеҙ Флүрә Ғәлимйән ҡы­ҙы Ғатауллина тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү тураһында һөйләне. Ауылыбыҙҙа һаҡланыр­ға тейешле тәбиғәт биләмәләре лә бик күп икән: Суҡ­таш, Бәбәләш тау­ҙары, Һаҡмар йылғаһы, Алдар батыр утары, Саҡмағош быуаһы… Был урындар – ауылдаштарыбыҙҙың байрамдар үткәргән, ял иткән ерҙәре.

Йәйге осорҙа сәйәхәттәргә лә йөрөнөк. Ғәҙелша шарлауы­ғының матурлығына һоҡландыҡ, ә бына Талҡаҫ күленә барғас, унда тәбиғәттең бысраныуына борсолдоҡ. Дәрестәрҙә, синыф сәғәттәрендә тыуған төйәгебеҙҙе һаҡлау тураһында күп һөйләшәбеҙ, ләкин ошондай күренештәр аптырата. Ҡайһы бер уҡыусыларҙы матурлыҡты күрә белергә, тәбиғәтте һаҡлар­ға әллә өйрәтмәйҙәрме икән? Беҙ­ҙең мәктәп балалары был йә­һәттән күптәргә өлгө булып то­ра. Яҙ еткәс, экологик акциялар үткәреп, Һаҡмар, Таулы йыл­ғалары буйҙарын сүп-сар­ҙан таҙартабыҙ, ҡый түкмәһендәр, тип күҙәтәбеҙ. Ни тиһәң дә, был урындарҙа үҙебеҙ рәхәтләнеп ял итәбеҙ, һыу инәбеҙ бит.
Әйҙәгеҙ, дуҫтар, тәбиғәтте һаҡлау эшендә ололар менән берҙәм булайыҡ, сөнки был – беҙҙең изге бурысыбыҙ.

Илүзә ЯҠУПОВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ниғәмәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code