Беҙҙә лә Яндекс.Лицей эшләйәсәк

Яндекс.Лицей тураһында, бәлки, ишеткәнһегеҙҙер ҙә әле? Уҡыусыларҙы программалаусы һөнәренә өйрәтеү буйынса белем биреү проекты ул. Рәсәй, Ҡаҙағстандың күп ҡалаларында – 131 майҙансыҡта киң йәйелдерелгән. 2016 йылда Калуга, Пенза, Һарытау, Тамбовта тәжрибә рәүешендә эшләй башлаһа, былтыр инде дәрестәр 19 ҡалала ойошторолған.

Йыл башында «Яндекс» компанияһы вәкилдәре республикабыҙ етәкселәренә Башҡорт­останды ла Яндекс.Лицей проектына индереү тәҡдиме менән сыҡҡайны. Бына, ниһайәт, беҙҙең VIII – IX синыф уҡыу­сылары ла интернет-порталда ғариза тултырып, yandexlyceum.ru сайтында махсус тест үтеп, программалаусы һөнәрен үҙләштерә аласаҡ. Был этапты уңышлы үткәндәр менән шәхсән осрашыу уҙғарыу көтөлә. Дәрестәр Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарының компьютер бүлмәләрендә алып барыла. Уҡыу барышында уҡыусылар Python программалау теле менән танышып, теорияны өйрәнә, практикала технологияны үҙләштерәсәк. Программалаусылар курсы ике йылға тәғәйенләнгән. Белем алыу бушлай булыуы күптәрҙе ҡыҙыҡһындырыр, моғайын.

Г. ИБРАЕВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code