Башҡортса атамаһын да беләйек!

Ер йөҙөндә тәүге төп тереклектәрҙең береһе үҫемлек булыуы бәхәсһеҙ. Урта быуаттарҙағы данлыҡлы табип Парацельс: «Бөтөн донъя – дарыухана, ә Хоҙай Тәғәлә – фармацевт, Ер шарының бер генә төбәгендә лә дарыу үләндәренең шифаһы менән файҙаланмаған халыҡтар юҡ», – тигән. Башҡортостан иһә – планетабыҙҙың шифалы үҫемлектәргә иң бай төбәктәренең береһе. Республикабыҙҙа өс мең төрө үҫә, уларҙың ҡап яртыһынан ашыуы дарыу итеп файҙаланыла.
Мине әле үҫемлектәрҙең башҡортса атамалары ҡыҙыҡһындыра. Уларҙы беҙ яҡшы беләбеҙме? Быны асыҡлар өсөн тиҫтерҙәрем, төрлө йәштәге өлкәндәр араһында тикшереү үткәреп ҡараным.
Иң тәүҙә өй алдында үҫкән үләндәргә туҡталдым. Кесерткән, юл япрағы, бәпкә үләне, сөйәл үләне… Арабыҙҙа уларҙың башҡортса атамаларын белмәгәндәр ҙә бар икән. Күптәр дегәнәкте – лопух, ҡурай еләген малина, тип ебәрәләр. Оҙаҡламай ҡарағат та смородинаға әйләнерме икән, тип уйлап ҡуйҙым. Һырғанаҡ, тиһәң, һиңә аптырап ҡарайҙар, ә облепиха һүҙе аңлайышлы. Һөйләшебеҙҙә чеснок, свекла, әгүрсә, симешкә тигән һүҙҙәр күп. Уларҙың башҡортса тәржемәһе барлығын белмәйҙәр ҙә. Бик матур һүҙҙәребеҙ бар бит: һарымһаҡ, кишер, сөгөлдөр, ҡыяр, көнбағыш. Оло быуын кешеләренең телмәрҙәрендә лә, йәш быуында ла урыҫ һүҙҙәрен йыш ҡулланыу күҙәтелә.
Артабан әйләнә-тирәләге, урманыбыҙҙағы үҫемлектәрҙең атамаһын өйрәндем, һораштым. Мине аптыраттылар: башҡортса атамаларын бөтөнләй белмәйбеҙ. Беҙҙең телмәрҙә ала миләүшә, зәңгәр сәскә, арыш сәскәһе, туҡранбаш тигән терминдар юҡ. Ниңәлер фиалка, василёк, клевер, тип әйтергә күнеккәнбеҙ. Был нилектән килеп сыға, тип уйландым. Атай-әсәй­ҙәребеҙ ҙә яҡшы итеп үҫемлектәрҙең баш­ҡортса атамаларын белмәй. Шулай булғас, мин дә киләсәк быуынға аңлата алмаясаҡмын. Был, ысынлап та, бик ҡурҡыныс. Телмәребеҙ шул тиклем ярлылана, тигән һығымтаға килдем.
Әҙәби әҫәрҙәрҙе яратып уҡыйым. Шулай уҡ китаптарҙан үҫемлектәр тураһында мәғлүмәт эҙләнем.
Беҙҙең йырсылар:
Өҙәмен ромашка таждарын,
Һөйәме-һөймәйме, тип йәрем, –
тип йырлай. Ромашканың да иҫ киткес башҡортса атамаһы бар. Аҡ сәскә бит ул. Мин тағы Варис Ғүмәровтың «Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре» тигән китабында болангүҙ тигән атаманы осраттым. Ниндәй матур һүҙ! Әлбиттә, йырҙа болангүҙ бармай, әммә аҡ сәскә тип атап була. Шулай уҡ: ландыштар, ландыштар, тип йырлайҙар. Уның да бик гүзәл исеме бар: ынйы.
Тимәк, үҫемлектәрҙең башҡортса атамаһын өйрәнеүҙе тик башҡорт теле дәрестәренә генә ҡайтарып ҡалырға кәрәкмәй. Биология, география дәрестәрендә лә күҙәтеүҙәр яһау мөһим. Ғалимдарыбыҙ ҙа күберәк булыр ине. Артабан да үҫемлектәр донъяһын өйрәнеүҙе дауам итәсәкмен, тип үҙемә маҡсат ҡуйҙым.

Нәркәс БАЙМЫРҘИНА, IX синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code