Байрамға әҙерләнәбеҙ

Баш ҡалабыҙҙың 50-се балалар баҡсаһындағы 10-сы төркөм кескәйҙәре менән мәж килеп Яңы йылға әҙерләнәбеҙ. Бергәләп дәртле йыр-бейеүҙәр өйрәнәбеҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ. Балалар уларҙы бик тиҙ отоп ала. Үҙҙәренә өс йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, бигерәк йыр-бейеүгә оҫталар.

Ҡыш етеү менән һәр бала Ҡыш бабайҙан бүләк көтә, хат яҙа башлай. Беҙҙең кескәйҙәр ҙә түҙемһеҙләнеп байрамдың тиҙерәк етеүен теләй. Яңы йылға арнап төркөмөбөҙҙә һүрәттәр конкурсы ла ойошторҙоҡ. Кескәйҙәр ихлас ҡатнашты. Аман Фәйзуллин, Вадим Дмитриенко һәм Александра Кудряшованың эштәре иң яҡшылары тип табылды. Был саранан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы, һәр ҡай­һыһы үҙ балаһына ярҙам итеште.

Альбина ӘХТӘРЙӘНОВА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code