Баҫыр ул, баҫыр ул, баҫыр өсөн килгән ул

Уҙған шәмбе 3 йәштән 15 йәшкәсә балалар араһында «Байыҡ» башҡорт бейеүе телевизион конкурсына йомғаҡ яһалды. Гала-концерт быйыл баш ҡалалағы «Ватан» этнопаркында уҙҙы.

Байрам башланыр алдынан ярты сәғәт ҡала, тотош ҡаланы ҡара болот баҫып алды. Оҙаҡламай ҡойоп ямғыр яуа башланы. Байрам кисектерелмәһә генә ярар ине, тип ҡайғырышты халыҡ. Әммә борсолоуҙар юҡҡа булды. Сығыш яһарға әҙерләнгән балалар аллы-гөллө кейемдәре менән болот араһынан сыҡ­ҡан ҡояшты сәләмләне. Билдәләнгән ваҡыттан әҙ генә һуңыраҡ бейеү байрамы башланып китте.
Быйыл «Бала саҡ ун йыллығы» алдынан Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ойошторолған конкурс­та 2 меңдән ашыу башҡарыу­сы үҙ көсөн һынап ҡараған. Улар­ҙың 300-нә финал­ға сығып, баш ҡала сәхнәһендә, билдәле сәнғәт әһелдәре менән бергә сығыш яһау бәхете тейҙе. Конкурсанттар араһында Сорғот ҡалаһынан Фәнзил Шәйәхмәтов һәм Германиянан апалы-һеңлеле Дилә менән Дания Циммермандар ҙа бар ине. Улар Башҡорт­остандан ситтә йәшәһәләр ҙә, башҡорт бейеүен бына тигән итеп башҡарҙы. Конкурс еңеүселәре менән бер сәхнәлә Чечен, Бүрәт, Татарстандың һәм Түбәнге Новгород ҡалаһының бейеү ансамблдәре лә бик матур сығыш яһаны.
Еңеүселәр кемдәр булды, тиһегеҙме? Өфө районының Шамонино ҡасабаһынан «Дарман» ансамбле, Күгәрсен районының «Гөрләүек», Әбйәлил районының «Алтынай» өлгөлө бейеү, Буранғол ауылының ҡыҙҙар ансамблдәре, Өфө ҡалаһының «Guzal Dance» («Гүзәл-данс») бейеү студияһы, Учалы районының Наурыҙ ауылынан Азамат Тажетдинов, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылынан Айгөл Кинйәбулатова, Ишембай районынан Камил Мөхәмәтйә­нов – бына улар, быйыл Гран-при яулап, башҡорт бейеүен данлаусылар. Еңеүселәр һәм лауреаттар берҙәм булып сәхнәгә күтәрелеүгә, ямғыр ҙа бер аҙға туҡтап торҙо. Болот артынан ҡояш сәләмләгәндәй итте.
Һауа торошона ҡарамайынса, йәш таланттарҙы дәртләндереп, ҡеүәтләп килгән тамашасыларға ҙур рәхмәт. Улар­ҙың да күңелендә баш­ҡорт бейеүенә, сәнғәтенә, тарихына оло һөйөү йәшәй, тимәк. Ә сабыйҙар тамашасыларҙың алҡыштарын оҙаҡ йылдар күңелендә йөрөтәсәк әле. Кемдәрҙе әле халыҡ ям­ғыр аҫтында шулай алҡышлаған?! Ысын йондоҙҙарға ғына тәтей бындай бәхет!

Гөлнур ҠЫУАТОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code