Бөйөк Еңеүгә арнап

Илебеҙ халҡы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығын байрам итергә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Рәсәй ҡалаларында «Тере еңеү» тип аталған проект башланды. «Һуғыш тарихы – йөҙҙәрҙә» тигән девиз менән ойошторолған сарала һәр кем бушлай ҡатнаша ала. Бының өсөн 40-сы йылдарҙа төшөрөлгән фото кәрәк.

Проекттың ике төп шарты бар. Уға ярашлы, һеҙ фотолағы атайығыҙ, олатайығыҙға оҡшарға тейеш. Ойоштороусылар элекке фотолағы туғанығыҙ кеүек итеп һеҙҙе лә камераға төшөрә. Ундағы декорацияларҙы, гримды һәм причёсканы ла әҙерләй. Тағы бер шарт буйынса ҡатын-ҡыҙҙар – тик ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәр ир-егеттәр фотоһын ҡабатлай. Фото нығыраҡ оҡшаһын өсөн кешеләрҙе элекке камераға төшөрәләр.
Был үҙенсәлекле проектта Башҡорт­остан халҡын да ҡатнашырға саҡыралар. Апрель аҙаҡтарында «Рәсәй – минең тарихым» медиа һәм тарих паркында кешеләрҙе фотоға төшөрөү була. Шул айҡанлы Өфөгә Екатеринбургтан фоторәссамдар һәм декораторҙар килә. Һуңынан фотолар эшкәртелгәс, ошонда уҡ Еңеү көнөнә арналған күргәҙмә асыласаҡ.

* * *

Мәскәү янындағы Алабин полигонында Еңеү парадының репетицияһы ойошторолдо. Майҙан буйлап 12 мең хәрби һәм 120 берәмек техника үтте. Күнекмәләрҙә «Ярс» һәм «ТОР-М2ДТ» ракета комплекстары, «Тайфун-К» бронеавтомобилдәре ҡатнашты. Быйыл да Рәсәйҙә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 73 йыллығы киң билдәләнәсәк. Барлыҡ ҡалаларҙа ла тиерлек байрам салюты буласаҡ.
Быйыл Мәскәүҙә Еңеү парадында яңы төр ҡоралдар ҙа күрһәтеләсәк.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code