Аттар ниңә тиргә батҡан?

Z2,3Инйәр йылғаһы буйлап барғанда Бирйән тамағынан өҫтәрәк Әбейүлгән тигән ерҙә лә серле ваҡиғалар, ғәжәп хәлдәр булғылаған, тиҙәр. Берештамаҡтан ҡайтып килгән әбей үлгән дә уны шунда күмгәндәр. Кешеләр был ерҙә йә аҙаша, йә икенсе яҡҡа сығып китә, йә күҙенә берәй нәмә күренә… Шул саҡта белгән доғаңды уҡырға кәрәк, ҡайһы саҡта ҡурҡмайынса һүгенеү ҙә ярҙам итә, имеш…

Бер заман ҡыш көнө Иҡсан ағай Сәғәҙәтов күрше ауылдан ҡайтып килгән. Юл Инйәр өҫтөнән боҙҙан булған. Теге ергә етәрәк кашауайына һорамай-нитмәй ике малай килеп ултырған. Арҡаларына мәктәп сумкаһы аҫҡандар, матур итеп кейенгәндәр икән үҙҙәре. Тик, ни ғәләмәт, ағайҙың аты манма тиргә батып, сананы тарта алмаҫ булған да ҡуйған. «Атайығыҙ кем, йүнһеҙҙәр?» – тип ҡаты ғына һүгенгәс, тегеләр күҙҙән юғалған. Шунан һуң аты ла еңел генә атлап киткән.
Әбейҙе тейешенсә йола менән күммәгәнгә ул ерҙә күҙгә теләһә нәмә күренә, тип һөйләйҙәр ине.

Ринат ШӘЙБӘКОВ, уҡытыусы.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code