Асыҡ дәрестә – Рөстәм Хәмитов

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Белем көнөнә арналған тантанала булып, баш ҡаланың 16-сы гимназияһы уҡыусыларын яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотланы. Был белем усағының педагогик коллективы көслө булыуын, йыл һайын республика, ил мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеүсе һәләтле уҡыусылар сығарыуын да билдәләне.
Хәҙерҙән үк оло тормош юлына аяҡ баҫырға әҙерләнеүсе ун беренселәр хаҡында ла борсолоп, сығарылыш синыф ҡыҙҙары һәм егеттәре өсөн «Киләсәккә ынтылған Рәсәй» тип аталған асыҡ дәрес тә үткәрҙе. Ул сығышында, тырыш һәм ныҡышмал булмайынса үҙеңде тормошта күрһәтеп булмай, тип белдерҙе. Уҡыу­сылар республика Башлығына ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарын да бир­ҙе.
Бер ыңғайҙан Рөстәм Зәки улы белем усағының спорт залын, информатика, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлмәләрен ҡарап, уларҙың матди-техник базаһы менән дә танышты.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code