Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Бүләктәр һеҙҙе көтә.

Дуҫтар, 4 октябрҙән 14-нә тиклем 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө барасаҡ. Форсаттан файҙаланып, осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып ҡалырға тырышығыҙ. «Аҙна һайын – отош» акцияһын быйыл да дауам итәсәкбеҙ, шуның өсөн квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ. Бүләктәр күптән әҙер.

Ун көнлөк барышында
«Йәншишмә» гәзитенә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 461 һум 46 тин. Индексы – П2765.

Кемдәр әле гәзитебеҙҙе алдырмай, һеҙгә күңелһеҙ түгелме? Каникул ваҡытында подписка онотолоп торғандыр инде. Уҡыуҙар башланыуға ла хәҙер бер айҙан артығыраҡ ваҡыт үтте. Әйҙәгеҙ, 2018 йылды бергәләп оҙатып ҡуяйыҡ. Әгәр ҙә 18 октябргә тик­лем яҙылып өлгөрһәгеҙ, «Йәншишмә» һеҙҙең өйгә ноябрҙән килә башлар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code