Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!

2019 йылдың беренсе яртыһына гәзит-журналдарға алдан яҙылыу бара. Ул 31 авгус­ҡа тиклем дауам итәсәк. Ошо ваҡыт эсендә «Йәншиш­мә»гә лә быйыл­ғы хаҡ менән яҙылыр­ға мөмкин. Баҫмаларҙы ташыу һәм адресатҡа алып барып еткереү өсөн тарифтар ҙа былтырғы кимәлдә ҡала. Ташламалар һәм льготалар ҙа һаҡлана. Әйҙәгеҙ, форсаттан файҙаланып ҡалайыҡ.

Гәзиткә өйҙә ултырған килеш кенә интернет аша ла яҙылырға мөмкин. Бының өсөн rbsmi.ru/catalog/podpiska/1055 адресы буйынса инеп, «Йәншишмә»нең электрон төрөнә яҙыла алаһығыҙ. Баҫма электрон адресығыҙға PDF форматында киләсәк. Әйткәндәй, электрон версияһы ҡағыҙҙа баҫылғанына ҡарағанда осһоҙораҡ.
Гәзиттең ҡағыҙҙа баҫылғанына «Рәсәй поч­таһы»­ның сайты аша ла яҙылыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн podpiska.pochta.ru/press/П2765 һылтанмаһына инергә кәрәк.
Ә кемдәр 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылырға онотҡан, һеҙгә шуны еткерәбеҙ: әле лә һуң түгел. 20-һенә тиклем яҙылып өлгөрһәгеҙ, гәзит алдағы ай башынан өйөгөҙгә килә башлар.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code