Арыҫлан иң-иңе булды

Гимназиябыҙҙа шиғыр һөйләүселәр­ҙең «Илһам» смотр-конкурсы булып уҙҙы. Был сара ысын мәғәнәһендә оло байрамға әүерелде. Сәхнәнән гүзәл Тыу­ған илебеҙ, хозур тәбиғәтебеҙ, татыу ғаилә, уҡытыусыларға бағышланған бик күп шиғырҙар яңғыраны. Бөйөк шағир­ҙарыбыҙҙың йөрәккә үтеп инерлек ижад емештәрен уҡыусылар башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҙур оҫталыҡ менән һөйләп ишеттерҙе.

Мәктәп кимәлендә үткән бәйгелә барлыҡ конкурсанттар араһынан II «Б»нан Алиана Мортазина, IV «В»нан Алиса Нәҙершина, VII «Г»нан Лёша Лазарев, VI «А»нан Наҙгөл Ибраһимова, VII «А»нан Арыҫлан Хәмитов һәм ун беренсенән Камилла Ғәлина тас­уири һөйләү, баш­ҡарыу оҫталығы, сәхнәлә үҙен тота белеүе менән айырылып торҙо.
Район буйынса уҙған ярышта ла беҙҙең уҡыусылар һынатманы. Алиана – башҡорт, Алиса урыҫ телдәрендә сығыш яһап, башланғыс синыфтар араһында II урын яуланы, V – IX синыфтар бәйгеһендә Наҙгөл менән Лёша икенсе урын алды. Ә Арыҫлан Хәмитов районда иң-иңе булып танылды. Ун беренсенән Камилла Ғәлинаның да енеүсе булыуы беҙҙең өсөн ҡыуаныс.
Афарин, ҡыҙҙар һәм егеттәр! Ҡала кимәлендә уҙасаҡ бәйгелә лә үҙегеҙҙе иң-иңдәр итеп күрһәтегеҙ, йәме!

Илзирә ҒАРИФУЛЛИНА,
китапханасы.
Өфө ҡалаһы,
102-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code