Алтынай яланы

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылының сикһеҙ бай тарихлы ер-һыу атамалары менән таныштырыуымды дауам итәм.

Алтынай яланы тураһында ике төрлө фараз бар. Беренсеһе ошолайыраҡ яңғырай. Элек ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар үҙ-ара һуғышып, яу сабышып йәшәгән. Бер ваҡыт, башҡорт ирҙәре һунарҙа саҡта, ҡаҙаҡтар уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарын ҡоллоҡҡа алып китә. Алтынай исемле ҡыҙ ҡасып өлгөрә. Уның артынан ҡыуа төшәләр. Ҡыҙ ҡасып бара торғас, матур ғына бер яланға килеп сыға. Унда үҙенә йәшеренер урын таба. Шул көндән алып был ерҙе Алтынай яланы тип атай башлайҙар.
Икенсе фараз: баш­ҡорттар элек-электән солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, һәр береһе үҙенең тамғаһын ҡуйған. Ауылда бер кешенең генә ғүмере буйы үҙ солоғо булмаған. Ул бер саҡ сабынлығына барғанда солоҡ күреп ҡала. Бик көслө ҡорт күсе ҡайҙандыр осоп килеп, уның бесән эшләгән яланындағы ағаста ҡышлаған икән. Етмәһә, тамғаһыҙ урында. Быға ныҡ ҡыуана ул. Шунан инде үҙенең алтын ай формаһындағы тамғаһын солоҡ ояһына ҡуйып китә. Ошо көндән алып сабынлыҡты Алтынай яланы тип йөрөтәләр. (Башҡорт теле уҡытыусыһы Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙинанан яҙып алынды.)
Атъятҡан тауы ауылдың бирге яғында, ситтәрәк, бик күркәм урында урынлашҡан. Текә тау аҫтында туғай һәм бәләкәй генә йылға бар. Ҡышҡы утлау­ҙа аттар был урынға ла килеп сығыр булған. Ашарға эҙләп инде. Бер мәл бер ат текә тауҙан шыуып төшөп имгәнә, зә­ғифләнә, тора алмай ята. Шунан ҡала был урындың исеме.
Гөлбостан яланы. Сап­ҡынсылар етеҙ аттарында Атъятҡанға менеп барған халыҡты ҡыуып етә. Гөлбостан исемле ҡыҙ ҡаршылыҡ күрһәтергә маташа, ләкин ярһы­ған ҡырғыҙҙар ҡатынды тотоп, аҡлан ситендә үҫкән бер ҡарағайға аҫып китә. Был түңәрәк ялан әле лә Гөл­бос­тан исемен йөрөтә. Сәскәгә күмелгән аҡлан уртаһынан шишмә урғылып сыға. Уның сит яғында, ағас­тар­ҙан айырылып тигәндәй, шул ва­ҡиғалар ша­һиты, ҡолас етмәҫлек ҡарт ҡарағай тора. (Тарих уҡытыу­сыһы Заһир Сәлихйән улы Дәүләтбирҙиндән яҙып алынды.)

Гөлназ ИШЕМҒУЖИНА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code