Алтын ҡуллы ҡыҙҙар

Эвелина менән Аделина.

Урамда матур-матур уйынсыҡ брелоктар һатып ултырған ҡыҙҙарҙың эргәһенән туҡтамайынса үтә алманыҡ. Эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ та ул! Ҡыҙым да, әсәй, ошо тейенде, юҡ, сус­ҡа балаһын алайыҡ, тип һайлай башлағас, үҫмерҙәр менән танышырға теләк уянды. Баш ҡалабыҙҙың 94-се лицейында уҡыусы Эвелина Моратшина менән Аделина Баһауетдинова булып сыҡты улар.

Йәтеш кенә итеп тегелгән уйынсыҡ йәнлектәрҙең авторы Эвелина икән. Ҡул эшенә оҫталыҡ әсәһенән күскән. Әйткәндәй, Лена ханым тегенергә, топиарийҙар эшләргә, витраж менән картиналар төшөрөргә әүәҫ икән. Тегелгән хайуанҡайҙар­ҙы ҡасандыр үҙ магазинында һатҡан, хәҙер интернет селтәре аша тарата. Эвелинаға ла был һөнәр оҡшап ҡалған. Төрлө йомшаҡ уйынсыҡтар тегә, сәс резинкалары яһай. Мәктәптән һуң уларҙы һатыу менән булыша: тәүҙә йәрминкәләргә йөрөһә, хәҙер үҙҙәре йәшәгән йорттан алыҫ түгел урын тап­ҡан.
Кеҫә сығымдарына ата-әсәһенән аҡса һорамай үҫмер ҡыҙ: килемдең бер өлөшөн туҡыма, буяуҙар алыуға тотонһа, ҡалғанын йыя. «Көнөнә уртаса 500 һумлыҡ һатам», – ти Эвелина. Яңыраҡ үҙенә электрон китап алып ҡыуанған. Ул әҙәбиәткә ғашиҡ, яҡшы уҡый, синыфтарында староста вазифаһын баш­ҡара.
Әүҙем, аралашыусан ҡыҙҙың дуҫта­ры ла күп. Шуларҙың береһе – Аделина. Әхирәтенә һатыуҙа ярҙам итеп кенә ултырмай, үҙе эшләгән слаймдарҙы ла тәҡдим итә. Нимә ул, тип һорар­һығыҙ. Балалар яратып уйнаған йәбешкәк туптар шулай атала икән. Тиҙ алып бөтәләр, күрәһең, беҙ һорағанда юҡ ине.
Тырыш ҡыҙҙар тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Күпселек балалар телефон, ноутбукка текәлеп ултырғанда, Эвелина менән Аделина ата-әсәһенә ярҙам итергә лә, спорт менән шөғөлләнергә лә өлгөрә.
Ҡыҙым менән бер матурҡас ҡуянды һатып алып, өйөбөҙгә ҡәнәғәт ҡайтып киттек.

Лилиә МӘҮЛИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code