Алтынға тиң ер генәм

Майғорот һаҙлығы.

Бөйөк мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев: «Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: үҙеңдең сығышыңды, ер-һыу атамаларын, юл күрһәтеүсе йондоҙоңдо», – тип яҙған. Эйе, һәр кем тыуған ере тарихын өйрәнергә тейеш. Ошондай фәһемле конкурс иғлан итеүсе гәзит хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлемен. Сөнки һәр кем бәйгелә ҡатнашып ҡына ҡалмай, тыуған яғы тарихын да беләсәк. Мин дә тотондом әле был изге эшкә.

Майғорот hаҙлығы. 1917 – 1922 йылдарҙа аҡтар ауылыма баҫып инеп, кешеләрҙең һуңғы аҙыҡ-түлектәрен талап киткән. Хатта май, ҡорот, һөткә тиклем тартып алғандар. Бер мәл кешеләр йәшерен генә йыйылып кәңәшләшкән дә запас ризыҡтарын һаҡлап алып ҡалыр өсөн уларҙы ауыл осондағы һаҙлыҡлы урманға йәшерергә булған. Шул замандан инде был урынды Майғорот (Май-ҡорот) тип атай башлағандар.

Тыуған ауылым.

Элек кешеләр йәйләүгә киткән саҡта үҙҙәренең аҙыҡ запастарын ошо йылға буйындағы һаҙлыҡҡа йәшереп киткән, тигән вариант та бар.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ауылыбыҙҙа аслыҡ хөкөм һөргән. Күп кенә кешеләр үлгән. Ҡырылған күмәк халыҡты берәмләп ерләргә хәлдәре булмаған, шуға күрә бөтәһен дә улар бер соҡорға күмгән. Ә был ер хәҙер Үлек түбәһе йәки Ике ҡайын тип атала.
Тупаҡ ауылының исеме барлыҡҡа килеүе ике вариантта ҡарала:
1) Тупаҡ исемле кеше иң беренсе булып йылға буйына килеп урынлашҡан да шунан башлап ауыл исеме киткән, тиҙәр.
2) Борон заманда ярлы кешеләр үҙҙәренең ҡыйыҡтарын ни тура килһә, шуның менән япҡан. Бер ерҙә йәшәһәләр ҙә, үҙ-ара улар тупаҫ һөйләшкәндәр икән. Шулай уҡ ауыл осонда байыраҡ кешеләр торған, өйҙәренә ағастан ҡыйыҡ эшләтеп ҡуйған, ти, үҙҙәрен ҡаҡайҙар тип йөрөткәндәр. Ауылда ике төркөмдөң һүҙе бергә ҡушылыуҙан Тупаҡ исеме барлыҡҡа килгән.
Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуып үҫкән ил яҡшы, тиҙәр. Мин дә алтынға тиң Әб­йәлил районының Тупаҡ ауылын – ғәзиз төйәгемде яратам, уның тарихын һәр ваҡыт күңел түрендә йөрөтәм.

Вика САВЕЛЬЕВА.
Сибай интернат-гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code