Алға, юлаевсылар!

«Салауат Юлаев» өсөн хәл иткес уйындар дауам итә. Бына тағы ла шуларҙың икәүһе Өфөлә үтте.
Командабыҙ бер аҙ үҙгәргән кеүек. Һаҡсыларыбыҙ тупаҫ хаталанманы, ҡапҡасыбыҙға дәғүәселәрен яҡын ебәрмәҫкә тырышып, һаҡта ныҡ торҙо. Бен Скривенс үҙе лә һуңғы уйындарҙа оҫталыҡ күрһәтә. Шуғалыр ҙа инде ул уҙған аҙнала иң яҡшы ҡапҡасы тип танылды бит! Афарин!

«Динамо» (Минск) клубын 2:0 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙыҡ. Дөрөҫөн әйткәндә, уйын юлаевсыларҙың өҫтөнлөгө менән үтте. Күберәк тә гол индерергә була ине. Юҡ, һаман да мөмкинлекте файҙалана белмәй хоккейсыларыбыҙ. Оҫталыҡ та, мәргәнлек тә кәрәк шул. Ярай әле Линус Умарк, Йоонас Кемппайнен, Теему Хартикайнен бар, тип ҡыуанаһың инде. Улар ҡотҡара. Әйткәндәй, «Динамо» (Минск) ҡап­ҡаһына голдарҙы Линус Умарк менән Глеб Кузьмин индерҙе.

Мәскәүҙең «Динамо»һын да еңел генә еңербеҙ кеүек ине. Хәлдәре шәптән түгел, күп көслө уйынсылары китте. Беҙҙең командаға ла уларҙан һөжүм итеүсе Артём Фёдоров күсте. Уйындың нисек үтерен алдан әйтеп булмай икән. Мәскәүҙәр ныҡ ҡаршылыҡ күрһәтте. Улай ғына ла түгел, тәүге голды ла улар индерҙе. Бында инде ҡунаҡтар беҙҙең һаҡсы Максим Осиповҡа рәхмәт әйтергә тейеш. Шайбаны «Динамо»ның һөжүм итеүсеһенә ул «бүләк итте».
Әнүәр Лисин иҫәпте тиҙ генә тигеҙләне – 1:1, шунан инде икенсе осорҙа Теему Хартикайнен юлаевсыларҙы алға сығарҙы – 2:1. Тағы ла әллә күпме мөмкинлектәр булды. Мәскәүҙәрҙең дә һөжүме көсәйҙе. Әммә оҙаҡ һаҡланды был иҫәп.
Уйын бөтөргә 25 секунд ҡына ҡалғайны… Ҡунаҡтар ҡапҡасыһы урынына алтынсы хоккейсыһын сығарып, беҙҙекеләрҙе үҙ биләмәһенә бикләп, ныҡлы һөжүмгә күсте. Тырышлыҡтары бушҡа булманы, иҫәпте тигеҙләнеләр.
Шулай ҙа был көндө юлаевсыларҙың еңеүгә теләге көслөрәк ине. Өҫтәмә ваҡытта әлеге лә баяғы Хартикайнен хәл иткес гол индерҙе – 3:2! Ике мәрәй яуланыҡ.
Алға бара юлаевсылар. 10 декабрҙә Өфөлә Ярославлдең «Локомотив»ын да еңергә кәрәк. Һеҙ ҙә барып күрегеҙ уйынды, бер ҙә үкенмәҫһегеҙ.

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code