Аҡса эшләргә лә була

Үҙем төшөргән һүрәт.

Үҙем төшөргән һүрәт.

Гимназиябыҙҙа бишенсе синыфтан башлап унынсы­ға тиклем һәр уҡыусы хеҙмәт практикаһы үтергә тейеш. Синыф етәксеһе эш төрөн үҙе билдәләй. Буш­ҡа, аҡса алып та эшләргә мөмкин. Ғәҙәттәгесә, йыл һайын балаларҙы кабинет­тар­ҙы йыйыштырыу, иҙән, тәҙрәләр йыуыу, баҡсалағы түтәлдәргә һыу һибеү, ҡый үләндәрен йолҡоу, ҡыуаҡ­тарҙың остарын ҡыр­ҡыу, буяу, белем усағы тирәһен йыйыштырыу көтә. Беҙ синыфташтарым менән күбеһенсә ҡойма буяныҡ. Кейемем шул тиклем ныҡ бысранды, өйгә ҡайт­ҡас, бензин һөртөп тә бөтөрә алманым. Ҡайһы берәүҙәр эшебеҙҙе ҡарап һоҡланһа, икенселәр эҫенән тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараны.
Бер көндө практика ва­ҡытында шаярышып, һыу һиптерешеп тә алдыҡ. Эше­беҙҙе тамамлағас, көн һайын тәмле аш һәм компот менән һыйландыҡ.
Бына шулай бер аҙналыҡ хеҙмәт практикабыҙ уҙып та китте. Күп нәмәгә өйрәндек, ваҡытыбыҙҙы ла файҙалы үткәрҙек.

Эрика ДУСЕЕВА.
Өфө ҡалаһы, Аркадий Гайдар исемендәге 47-се гимназия.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code