«Аҙна һайын – отош»

Күгәрсен районы Яңы Хвалын мәктәбе уҡыу­сылары, уҡытыусылары барыһын да уҙҙырҙы. «Йәншишмә»гә икенсе ярты йыллыҡҡа 20 кеше яҙылып, беҙҙе бик ҡыуандырҙылар. Уларға афариндан башҡа ни әйтәһең инде! Гәзитебеҙгә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын – отош» уйынын да бында үткәрергә булдыҡ. X синыф уҡыусыһы Карина Хәсәнова берешәрләп бүләктәрҙе күрһәтеп торһа, мәктәп китапханасыһы Гүзәл Салауат ҡыҙы Абдуллина, йәш хәбәрсебеҙ Гөлфиә Килсенбаева йәрәбәне тартып сығарҙы. Кем төп бүләк хужаһы булдымы? Ыуары ауылынан йөрөп уҡыусы Вадим Сәғитов (һүрәттә). Уға 12 әйберҙән торған сәй сервизы эләкте. Малай уҡыуҙа ла һынатмай, дүртенсе синыфта яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Күп балалы ғаиләнән икән үҙе. Айнур, Айзилә Мәхмүтовалар, Кристина Суҡбаева, Артур Усманов, Резида Һунаршина, Инсаф, Афзал Ҡунысбаевтар, Артур Заһиҙуллин, Әлфинә Мозафарова, Айһылыу Ҡаҙбәкова, Алмаз Ишбулатов, Динар Аралбаев, Нуриман Миңлебаевтар ҙа призһыҙ ҡалманы. Ҡотлайбыҙ!
Бына бит балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһына яҙылғандар гәзитле лә, бүләкле лә була. Йәгеҙ, Яңы Хвалын мәктәбенекеләрҙән өлгө алып, әүҙемлек күрһәтәйек! Уйын дауам итә.

Гәзитебеҙгә ярты йылға яҙылыу хаҡы – 477 һум 54 тин.
Индексы – П2765.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code