Аҙна һайын – отош

Шулай итеп, был акция аҙағына ла етеп килә. Уйында ҡатнашырға теләүселәрҙән аҙна һайын хаттар килеп тора. Бәхетлеләр гәзитле лә, бүләкле лә булып өлгөрҙө. Өлгөрмәгәндәргә лә ҡайғырырға түгел. Алда бындай уйындар тағы ла ойошторолор әле. Гәзитебеҙ генә йәшәһен.
Ә был аҙнала иһә бокалдар йыйылмаһы Баймаҡ районының Татлыбай ауылынан – Әлфиә Йәнтүринаға, сәй бешерә торған сәйнүк Белорет районының Шығай ауылынан Лилиә Бикбулатоваға сыҡты.

Ҡәҙерле дуҫтар! Подписка тамамланыуға ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Беҙҙең күҙ төбәп торған кешеләребеҙ, әлбиттә, уҡытыусылар. Һәр ваҡыттағыса, һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ инде. Балалар үҙҙәре өсөн сыҡҡан гәзитте алдырһын, уҡыһын ине ул. Һеҙҙән ярҙам кәрәк. Республикабыҙҙағы һәр мәктәп бер генә дана гәзиткә яҙылһа ла, баҫмабыҙҙың һаны бермә-бер артасаҡ. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡсы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code