Ағиҙел балалары

Легенда

Борон-борон заманда Урал батыр Йәншишмәнең һыуын тирә-яҡҡа бөркөп, еребеҙҙе йәшәрткәс, тәбиғәттә бик күп яңы төр ағастар, үләндәр, еләк-емештәр барлыҡҡа килгән, гүзәл сәскәләр керпектәрен асҡан. Кейектәр, ҡоштар, хайуандар күбәйгән. Халыҡ һаны ла тиҙ артҡан. Кешеләргә эсәр һыу етмәй башлаған, ти.

Урал батыр улдары Иҙелде, Нөгөштө, Яйыҡты һәм Шүлгәндең улы Һаҡмарҙы кәңәшкә саҡырған. Егеттәр оҙаҡ уйлап тормаған, халыҡҡа хеҙмәт итер өсөн йылғаларға әйләнер булған. Уларҙың кәләштәре, һөйгән ҡыҙҙары илап ҡалған. Бигерәк тә Иҙелдең кәләше Аҡнур ныҡ һағынған ирен. Унһыҙ йәшәй алмайым, тип эҙләп китә. Иҙел йылғаһының башланған урынынан алып уның бейек ярҙары буйлап хәле бөткәнсе йүгерә лә йүгерә. Үҙе бер туҡтауһыҙ: «Иҙел, туҡта инде, мине көт!» – тип ҡысҡыра икән. Аҡнурҙың баҫҡан эҙҙәрендә аҡ сәскәләр үҫеп сыға бара, туҡтап хәл йыйған саҡта күҙ йәштәре аҡҡан урындарҙа ап-аҡ ҡайындар барлыҡҡа килгән, ти.
Бер нисек тә Иҙелде ҡыуып етә алмаҫын аңлағас, Аҡнур үҙе лә һыуға ингән. Тулҡындар уны ҡосаҡлап алып, алыҫ-алыҫтарға йөҙҙөрөп алып киткән. Ә өҙөлөп киткән мәрйендәре аҫыл таштарға әйләнгән, күлдәк, камзул, елән тәңкәләренән ап-аҡ ялтыр балыҡтар яралған, беләҙек, йөҙөк, алҡа, сулпыларынан гүзәл, ҡиммәтле тиреле шәшкеләр, һыуһарҙар, йофарҙар, кештәр, ҡондоҙҙар барлыҡҡа килгән. Саф һәм тоғро мөхәббәттән яралғанға ла, улар матурҙар, көслөләр, ти. Кешеләргә лә, тәбиғәткә лә тик изгелек кенә килтереүсе был йәнлектәр – Иҙел һәм Аҡнурҙың балалары бит ул!
Ә Иҙел сибәр Аҡнуры менән ҡушылғас, тағы ла көслөрәк, таҙараҡ, тәрәнерәк булып киткән. Халыҡ уны яратып Ағиҙел тип йөрөтә башлаған.
Бына шулай беҙҙең йәмле Ағиҙелебеҙ бөгөн дә мәңге йәшел тәбиғәткә, мәңге йәшәр мөхәббәткә дан йырлап, һаман аға ла аға.

Әлиә ӘБСӘЛӘМОВА.
Күгәрсен районы, Мораҡтағы башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code