83 йәштә булһам да…

«Йәншишмә» – минең яратҡан гәзитем, ғүмер юлдашым. 38 йыл эш дәүерендә бер ваҡытта ла унан айырылғаным булманы. Бөгөн дә алдырам.
Хеҙмәт юлым 1958 йылда Ҡыйғы районы Ҡәҙер мәктәбендә (хәҙер Дыуанға ҡарай) башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һәм пионер вожатыйы эшен йөкмәттеләр. Баштан уҡ уҡыусыларҙы гәзит менән ҡыҙыҡһындырырға тырыштым. Дәресте «Йәншишмә»гә («Башҡортостан пионеры») күҙәтеүҙән башланым. Мәҡәләләрҙе үҙҙәренән уҡытам. «Һеҙҙең кеүек уҡыу­сылар яҙған бит, әйҙә, беҙ ҙә яҙыша­йыҡ», – тип дәртләндерәм. Пионер бүлмәһенә гәзиттең һәр яңы һанын элеп ҡуя инек. Беҙ «Башҡортостан пионеры» гәзите менән «Пионер» журналының уҡыу­сы йәшәгән һәр йортҡа килеүенә өлгәштек.
Артабан Салауат районының Тирмән мәктәбендә уҡытҡанда ла ошо эшемде дауам иттем. Бында гәзиткә яҙылыу еңелерәк хәл ителә ине. Көҙөн уҡыусылар менән колхозға ярҙам итәбеҙ. Ә эш хаҡына гәзит-журналдарға яҙылабыҙ. Шағир Сафуан Әлибаев та ауылына йыш ҡайтты, туған мәктәбен бер ҙә онотманы. Беҙҙең янға инеп сыға торғайны. Балалар менән осрашып, шиғырҙарын уҡып, малайҙар һәм ҡыҙҙарҙы дәртләндереп, гәзиткә һөйөү тәрбиәләп китер ине.
1970 йылда яҙмыш Арҡауылға алып килде. Партия ойошмаһы секретары итеп һайланғас, матбуғат таратыу төп бурысым ине. Хаҡы осһоҙ булғас, яҙылыу кампанияһы еңел барҙы. Мин үҙем башҡорт баҫмаларының барыһын да алдырҙым. 25 йыл эш дәүерендә «Йәншишмә»нең абруйын күтәрҙек. Мәҡәләләре сыҡҡас, балалар шатланып, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыны. Күп уҡыусыларыбыҙ гәзиттең «Йәш хәбәрсе» танытмаһын алды. Үҙем штаттан тыш хәбәрсеһе булып киттем. Редакция хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт, уҡыу­сыларына ҡотлау открыткалары, хаттар ебәреп тор­ҙолар. Иң ҡыуаныслыһы шул булды: беҙҙе Өфөгә Матбуғат байрамына саҡырҙылар. Унлаған уҡыусы барҙы. Шул ваҡыттарҙы һағынып иҫкә алалар. Байрам күреп, бүләктәр менән ҡайттылар. Беҙ үҙебеҙ мәктәптә «Йүрүҙән» исемле стена гәзите сығара инек. Ул район мәктәп гәзиттәре араһында еңеүсе лә булды.
Бына һеҙгә 83 йәшлек инәйегеҙ матбуғат хаҡындағы уйҙарын яҙҙы. Бөгөн хәл башҡа. Хаҡтар ҡиммәт, халыҡ аҡсаһыҙ, яҙылыу ауыр бара. Беҙ, оло быуын, гәзит­һеҙ йәшәй алмайбыҙ. Ә хәҙер йәштәр интернеттан, кеҫә телефонынан айырыла белмәй. Әйткәнде лә ишетмәйҙәр, йәнле аралашыу­ҙан мәхрүмдәр.
Был хәлгә сик ҡуйыу кәрәктер.

Мөслимә МӨҒТӘБӘРОВА, уҡытыусы-ветеран.
Салауат районы, Арҡауыл ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code