Бишенселәргә – «бишле»!

Иҫәнғолдағы башҡорт гимназияһы уҡыу­сылары быйыл да акциябыҙға ихлас ҡушылды. Был юлы бишенселәр синыфтары менән «Йәншишмә»гә яҙылды! Шундайҙар күберәк булһын ине! – Беҙҙең синыфта бөтәһе 20 уҡыусы, – тип ҡаршыланы тәрбиәселәре Гөлнара Барис ҡыҙы Бирҙеғолова. – Татыубыҙ, бер­ҙәмбеҙ. Китап, гәзит-журналдар уҡырға яратабыҙ. Искәндәр Бирҙеғолов, Фидан Дәүләтбаев, Илназ Күсәрбаев, Рената Ғайсина, Эльвира Йәғәфәрова гел «бишле»гә генә өлгәшә. …

Continue reading ‘Бишенселәргә – «бишле»!’ »

Нуғайҙар шатлығы

Өфөнөң Нуғай биҫтәһендәге 147-се мәктәбендә төҙөлөш ике сиратта алып барылды. Былтыр 300 урынлыҡ корпус файҙаланыуға тапшырылғайны. Ул башланғыс һәм өлкән синыфтар блогы, 1 мең 250 урынлыҡ ашхана, сисенеү, душ һәм санитар-көнкүреш бүлмәләре менән ике спорт залы, табип, стоматолог кабинеттары, процедура, прививка яһау урындары, 480 урынлыҡ тамаша залы, шулай уҡ бөтә административ һәм инженер бүлмәләренән тора.

Етәкселәр ҙә – социаль селтәрҙәрҙә

«Етәкселәр социаль селтәр­ҙәрҙә булырға һәм кешеләр ебәргән һорауҙарға яуап бирергә бурыслы. Халыҡтың талабын иғтибарға алмау йөкмәтелгән вазифаларҙы үтәмәүҙе аңлата», – тип хәбәр итә республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте. «Социаль селтәр халыҡҡа бюрократик кәртәләрҙе еңел генә үтеп, тиҙ арала һорауын еткереү форсаты бирә», – тип иҫәпләй Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина. Әйткәндәй, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары …

Continue reading ‘Етәкселәр ҙә – социаль селтәрҙәрҙә’ »

Иң-иңдәр ҡайҙан?

Республикабыҙҙа «Беҙҙең киләсәк» хәйриә фонды «Изгелекте бергәләп» тигән конкурс иғлан итте. Унда иң яҡшы йәшел, бронза, көмөш һәм алтын быуын номинациялары буйынса иң-иң ирекмәндәр билдәләнәсәк. Тәүгеһенә – 18 йәшкәсә ҡыҙҙар һәм егеттәр, икенсеһенә – 18 – 35, өсөнсөһөнә – 36 – 50, һуңғыһына 51 йәштән өлкәнерәктәр инә.

Беҙҙекеләр Гран-при яуланы

Һөйөнсө! Башҡортостан Төркиәлә үткән умартасылыҡ конгресында Гран-приға лайыҡ булды. Унда беҙҙең Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми тикшеренеү үҙәге Рәсәй исеменән ҡатнашҡайны. Бал етештереү һәм һатыу, умар­тасылыҡ һөнәренә бәйле конференциялар, сессиялар ойошторолғайны. Башҡортостан үҙ мөмкинлектәре, 2022 йылда беҙҙең республикала уҙасаҡ халыҡ-ара умартасылар форумына әҙер­лек барышы менән таныш­тыр­ҙы.

Китапханала – видео-марафон

Ирекмәндәр ойошторған видео-марафон Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһында ла дауам итте. Был көндө Өфөнөң статистика, информатика һәм иҫәпләү техникаһы, сауҙа-иҡтисад колледждары студенттары һәм Өфөнөң 126-сы мәктәп уҡыу­сылары Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән өҙөктәр уҡып ишеттерҙе. Видео-марафон халыҡ шағирының ижадына арналды, ә Өфөнөң һуғыш, хеҙмәт, ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, ҡала советы …

Continue reading ‘Китапханала – видео-марафон’ »

Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөн республикабыҙҙа киң билдәләп үттеләр. Өфөлә лә матур саралар ойошторолдо. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Мостай Кәрим. Яҡын офоҡ» тигән спектаклдең премьераһы булды. Режиссёры – Альберт Имаметдинов.

Хәтер кисәһе

Баш ҡаланың 38-се моделле балалар китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мос­тай Кәримде хәтерләү кисәһе үтте. Уның китаптарынан матур күргәҙмә лә ойошторолғайны. Уҡыусылар ҡыҫҡа әҫәрҙәрен, «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесынан өҙөк уҡып ишеттерҙе. Элеонора СӘЙЕТГӘРӘЕВА, китапхана мөдире. Өфө ҡалаһы.

Соҡаҙыбаш

Тыуған ауылым ҡалҡыулыҡтар итәгендә урынлашҡан. Әллә ҡай­ҙан, бына мин ниндәй, тигән шикелле, ҡыҙыл ҡалай түбәле, бейек манаралы мәсете, ике ҡатлы мәктәбе сәләм бирә кеүек. Ауыл кескәй генә Соҡаҙы йыл­ғаһы буйында ултыра. Унда миңә һәр ер таныш, ҡәҙерле. Бигерәк тә яҙ, йәй көндәрендә күп ваҡытымды урмандарҙа еләк, сәскә йыйып, ҡоштар һайрауын тыңлап үткәрергә яратам.