Тау башында доға ҡылдыҡ

Йәйге каникулымды һағынып көтөп алам. Бигерәк күңелле ваҡыт бит ул. Һыу инергә, велосипедта йөрөргә, һабантуйҙарҙа ҡатнашырға, берәй ергә ял итергә барырға мөмкин. Быйыл 1 июндән беҙҙә мәктәп лагеры асылды. Унда көн һайын ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ уйындар уйнаныҡ, тәмле аштар ашаныҡ. Ә 7 июндә мәктәптә шаулап-гөрләп һабантуй уҙҙы. Төрлө уйындарҙа ҡатнаштым: эстафетала йүгерҙем, ҡапсыҡта һикерҙем.

Дуҫлыҡ күпере һалынды

Илкәнәй мәктәбендә булғаныбыҙ юҡ ине әле. Тәүгә генә юлыбыҙ төшөүе. Шуға гәзитте беләләрме, алдыралармы икән, тип бер аҙ борсолоп ингәйнек, балаларҙың, уҡытыусыларҙың «Йәншишмә»гә яҙылыуын ишеткәс, ауыҙҙар йырылып, кәйефебеҙ күтәрелеп китте.

Ҡаҙмаш ауылы кисеүҙәре

Ҡаҙмашҡа килеп инеү менән уң яҡтан – Мәсет тауы, һулаҡайҙан Сусаҡтау ҡаршы ала. Ауылды икегә бүлеп, Ҡаҙмаш йылғаһы ағып ята. Уның һул яҡ яры буйлап Бәләкәй Ҡыҙылташ һәм Өлкән Ҡыҙылташ теҙелеп ултыр­ған. Эргәләрендә бер нисә кисеү ҙә бар.

Һаҡмар – «һаҡ бар»

Әсәйем оҙаҡ йылдар китапханасы булып эшләй. «Баймаҡ районының ер-һыу атамалары» исемле папка ла әҙерләп ҡуйған. Яратып уҡы­ған «Йәншишмә» гәзитендә бәйге иғлан ителгәс, атайым Радмир, әсәйем Райхана, Һәмән ауылында йәшәүсе Рәйлә өләсәйем, Рәфҡәт олатайымдан үҙем йәшәгән ер-һыу атамалары тураһында бик күпте белдем. Был мәғлүмәттәр һеҙҙең өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, тип уйлайым.

Гөрләп үтте йәрминкә

Дәртле көйҙәр яңғырай, мәктәп алды шау-гөр килеп тора. Кемдер тәмлекәстәр бешереп алып килгән, ә икенселәре ҡайнатма, компот, емеш-еләк тәҡдим итә. Өҫтәлдәрҙә нимә генә юҡ: тоҙланған бәшмәк, балыҡ, ҡыҙҙырылған көнбағыш, гөл үҫентеләре, татлы бал… Ниндәй баҙар икән был, тиһегеҙме? Әб­делмәмбәт мәктәбендә көҙгө йәрминкә үтте.

Йәшлек бер генә, ҡәҙерен бел генә

«Беҙҙең заманда йәштәр икенсе була торғайны», – тип әсәйҙәребеҙ, өләсәйҙәребеҙ һөйләй башлаһа, артыҡ иғтибар бирмәй торғайныҡ. Бөгөнгө ҡыҙҙарға, егеттәргә ҡарайбыҙ ҙа шул һүҙҙәрҙе йыш ҡына үҙебеҙ ҙә ҡабатлайбыҙ хәҙер. Замана үҙгәрә, уның менән бергә кешеләр ҙә. Ғашиҡтар­ҙың да бер-береһенә булған мөнәсәбәте әле бөтөнләй баш­ҡаса. Ҡасандыр ҡыҙ бала үҙенең буласаҡ тормош иптәшен бөтөнләй белмәйенсә, никах көнөндә …

Continue reading ‘Йәшлек бер генә, ҡәҙерен бел генә’ »

Артист булам, ти Айҙар

Дүрт йәшлек кенә сағында тәү тапҡыр сәхнәгә сығып, «Салауат» йырын башҡара. Кескәй йырсыны бик алҡышлап оҙаталар. Ундай саҡты онотоп буламы ни инде! Һаман хәтерендә Айҙарҙың. Улдарының йыр-моңға битараф булмағанлығын күреп, атай-әсәйҙәре уны 6 йәшендә Йәмилә Сабир ҡыҙы Рамаҙанова етәкләгән «Аҡбуҙат» башҡорт фольклор коллективына алып килә.