«Йәншишмә»һеҙ ҡалмағыҙ!

Ҡәҙерле дуҫтар! 2019 йылдың тәүге ярты йыллығына матбуғатҡа яҙылыу башланды. «Йәншишмә»нең дуҫтары яратҡан баҫмаларына тоғро булып ҡалыр, тип ышанабыҙ. Хаҡтарға килгәндә, бер аҙ үҙгәрештәр бар: 6 айға – 490 һум 44 тин, 3 айға – 245 һум 22 тин, 1 айға – 81 һум 74 тин. Индексы – П 2765. Бер йылға яҙылыу хаҡы – …

Continue reading ‘«Йәншишмә»һеҙ ҡалмағыҙ!’ »

Беҙҙә лә Яндекс.Лицей эшләйәсәк

Яндекс.Лицей тураһында, бәлки, ишеткәнһегеҙҙер ҙә әле? Уҡыусыларҙы программалаусы һөнәренә өйрәтеү буйынса белем биреү проекты ул. Рәсәй, Ҡаҙағстандың күп ҡалаларында – 131 майҙансыҡта киң йәйелдерелгән. 2016 йылда Калуга, Пенза, Һарытау, Тамбовта тәжрибә рәүешендә эшләй башлаһа, былтыр инде дәрестәр 19 ҡалала ойошторолған.

Мәғариф яңылыҡтары

Интеллектуаль марафон Башҡортостанда уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадалары – интеллектуаль марафондың яңы миҙгеле асылды. Ул 24 фән буйынса 4 этапта үтә. Тәүгеһе – мәктәп, икенсеһе – район, өсөнсөһө – төбәк, дүртенсеһе, йом­ғаҡлау этабы, Бөтә Рәсәй кимәлендә ойошторола. Һуңғыһында илдең төрлө төбәктәренән көслөләрҙән-көслө 200-гә яҡын уҡыу­сы көсөн һынай. Финалда еңеүселәргә юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтөнлөк бирелә.

Белем иленә арымай-талмай үрләрбеҙ!

Быйылғы уҡыу йылында гимназиябыҙ ремонт яһал­ған шундай һоҡланғыс бүлмәләр менән үҙенең уҡыу­сыларын ҡаршы алды. Ҡыйыуһыҙ ғына белем усағы ишеген асҡан беренселәр үҙ синыфтарына үтте. Барлығы 10 малай һәм 6 ҡыҙ гимназистар сафын тулыландырҙы.

Әлдә Бурдасов бар!

«Локомотив» менән уйнап, юлаевсылар ике мәрәй генә түгел, өс хоккейсыһын да бер аҙ ваҡытҡа юғалтты. Төп ҡапҡасыбыҙ Юха Метсола, һаҡсыларыбыҙ Григорий Панин һәм Захар Арзамасцев йәрәхәт алып ҡуйҙы. Ярославлдә беҙҙекеләр 2:0 менән еңеп бара ине, голдарҙы Йоонас Кемппайнен менән Максим Майоров индерҙе. Уйын аҙағынаса хәлдәре етмәне, күрәһең. Метсола урынына сыҡҡан Андрей Кареев та ҡапҡаһын ышаныслы …

Continue reading ‘Әлдә Бурдасов бар!’ »

Тауҙарымда – тарих

Йәрмәк тауы Күгиҙел ауылына нигеҙ 1929 йылда һалына. Төрлө яҡтарҙан йыйылалар бында. Күпселек халыҡ Әбйәлил районының Ҡыр­ҙас, Исҡужа, Рауил, Ҡыҙыл Һарты, Хөсәйен ауылдарынан күсеп ултыра. Йәй көнө ҡыуыштарҙа йәшәйҙәр. Ҡышҡылыҡҡа кәҫтән өй эшләйҙәр. Совхозды ойоштороу­сылар Бөрйәндән килгән, тиҙәр. Ул ваҡытта Баймаҡ районы булмай әле. Бәйләнеш тотоу өсөн Бөрйән алыҫ, юлдар өҙәрем була. Шул арҡала ике …

Continue reading ‘Тауҙарымда – тарих’ »

Тамъяным барыбер матурыраҡ

Каникулды мин дә көтөп алдым. Сөнки сәйәхәттәр, мажаралар менән үтә ул. Хыялдар тормошҡа аша. Яңы уй-пландар барлыҡҡа килә. Етмәй ҙә ҡала каникул көндәре. Быйылғы өс айым да һиҙелмәйенсә үтеп китте. Мәктәптә ойошторолған «Йәйләү» лагерында башланды ялым. Тамъян ырыуы баш­ҡорттары бит беҙ! Тарихты өйрәндек, йыр-бейеү буйынса ярышып, еңеү­ҙәр яуланыҡ, спортта ла алдынғылыҡты бирмәнек. Районыбыҙҙың иҫтәлекле урындарына …

Continue reading ‘Тамъяным барыбер матурыраҡ’ »

Һаҡмар буйлап сәйәхәт

Беләһегеҙме, быйыл мин Һаҡмар йыл­ғаһының урғылып сыҡҡан еренән алып ҡойған урынына тиклем сәйәхәт ҡылдым. Ул Өмөтбай ауылы тирәһендәрәк бәләкәй генә шишмә булып башлана икән. Синыфыбыҙ менән Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскусияға барғанда шунда туҡталып киттек. Беҙҙең ауылыбыҙ ҙа Һаҡмар буйында урынлашҡан. Экскурсиянан ҡайтҡас, бер нисә көндән ағайым беҙҙе Ырымбур ҡалаһына алып барҙы. Шулай итеп, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, …

Continue reading ‘Һаҡмар буйлап сәйәхәт’ »

Тыуған көн бүләге

Бик ҡыҙыҡлы, күңелле булды быйылғы йәйге ялым. Башта көндәр һалҡыныраҡ тор­ғас, эс бошҡайны, аҙаҡ йылытып ебәргәс, Илнара туғаным менән Инйәр йылғаһында һыу индек, ҡыҙындыҡ. Әсәйемә өй эштәрендә лә булыштыҡ, өләсәйҙәрҙе лә ярҙам­һыҙ ҡалдырманыҡ. Фәниә өләсәйемдең ҡулы йәрәхәтләнгәс, уға ҙур терәк булырға тырыштым. Ситәнен буяным, кер йыуҙым, еләк йыйҙым. Ныҡ ҡыуанды инде өләсәйем.