«Йәншишмә»һеҙ күңелһеҙ булыр

Ҡәҙерле дуҫтар! Кемдәр 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылмаған, улар йәйге каникулын «Йәншишмә»һеҙ үткәрҙе инде. Күңелһеҙ бул­ғандыр әле, эйе бит? Гәзитебеҙгә яҙылырға бер ҡасан да һуң түгел. Әгәр ҙә 18 сентябргә тиклем өлгөрһәгеҙ, октябрь башынан «Йәншишмә» өйөгөҙгә килә башлаясаҡ. Әйҙәгеҙ, яңы уҡыу йылын бергәләп үткәрәйек! Гәзитебеҙҙең индекстары – П2765, П3371.

Иң яҡшы мәктәптә

Бөрйән районының 35 мәктәбендә быйыл 335 бала I синыфҡа уҡырға килде. Шуларҙың 11-е Ғәлиәкбәр ауылының белем усағы тупһаһы аша тәүге тапҡыр атлап үтте. Уҡытыусылары Таңсулпан Ибраһим ҡыҙы Күлбаева балаларҙы ҡыуанып ҡаршы алды.

Синыф сәғәте менән башланды

Мәктәбебеҙҙә Белем көнө, йылдағыса, тантаналы линейканан башланды. Байрамға ата-әсәләр, ветеран уҡытыусылар һәм саҡырылған ҡунаҡтар йыйыл­ды. Директорыбыҙ Фәнис Иштәкбаевтың, район үҙәкләштерелгән китапхана­лар селтәре директоры Аксана Сынбулатованың ҡотлауҙарынан һуң уҡыусылар 1 сентябргә арналған шиғырҙар һөйләне. Аҙаҡ матур гөлләмәләребеҙҙе остаздарыбыҙға тапшырҙыҡ.

Алтынға тиң ер генәм

Бөйөк мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев: «Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: үҙеңдең сығышыңды, ер-һыу атамаларын, юл күрһәтеүсе йондоҙоңдо», – тип яҙған. Эйе, һәр кем тыуған ере тарихын өйрәнергә тейеш. Ошондай фәһемле конкурс иғлан итеүсе гәзит хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтлемен. Сөнки һәр кем бәйгелә ҡатнашып ҡына ҡалмай, тыуған яғы тарихын да беләсәк. Мин дә тотондом әле был изге эшкә.

Һәр күңелдә ҡояш балҡыһын!

Ҡояш… Һәр бер кешегә йылы нурын һибә, яҡтылыҡ өләшә. Унан башҡа беҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Һәр бер кешенең күңелендә үҙ ҡояшы бар. Тик уларҙың насар уйҙары, яуыз эштәре ошо сағыу нурҙы ҡара болот булып ҡаплай. Кемдер тәбиғәтте бысрата, ағас­тарҙы ҡырҡа, кешеләрҙе йәберләй, улар менән насар мөнәсәбәттә була. Шуға ла шишмәләр һәм йыл­ғалар …

Continue reading ‘Һәр күңелдә ҡояш балҡыһын!’ »

Башҡортостанды яҡшы беләһеңме?

1. Ниндәй районда барлығы дүрт кенә өй бар? 2. Комсомол ойошмалары хәҙер бө­төрөлдө. Ә шулай ҙа улар ҡайһы район, ауылдарҙа һаҡла­нып ҡалған. Ҡайҙа икән? 3. Башҡортостандың ниндәй ауы­лын­да себендәр бик күп? 4. Ҡайҙа ат барып ауған?

Урман санитарҙары

Күптәрҙең урманда йә баҡсала ҡырмыҫҡаларҙы осратып, ҡыҙыҡ­һыныу менән күҙәтеп торғаны бул­ғандыр. Бәләкәй генә был бөжәктәр һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашыға, оҙон һуҡмаҡтарҙан нимәлер ташый, иләүҙәре эргәһендә мәж килә. Ҡырмыҫҡаларҙы урман санитарҙары тип йөрөтәләр. Үҙҙәренә торлаҡ төҙөү өсөн улар ылыҫлы ағас­тарҙың энәләрен, ҡоро ағас ботаҡтарын, үлән һабаҡтарын ҡуллана. Һөҙөмтәлә, урман да таҙара. Тупраҡҡа ла ыңғай йоғонто яһайҙар: …

Continue reading ‘Урман санитарҙары’ »

Эсәр һыуҙар ҙа ҡороһа, донъябыҙҙан ни ҡалыр?

Кешенең һыуға ихтыяжлығы, кислородтан ҡала, икенсе урында тора. Әҙәм балаһы аҙыҡһыҙ алты аҙна йәшәй алһа, һыуһыҙ – биш-ете тәүлек кенә. Тәндәге 2 генә процент һыу юғалһа, ныҡ сарсай башлайһың, 10 процентҡа етһә, кешелә галлюцинация башлана. Был кимәл 12 процент тәшкил итһә, аяғыңда үҙе аллы баҫып тора алмайһың, 20 процент булһа, ғүмер өҙөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылға-күлдәребеҙ …

Continue reading ‘Эсәр һыуҙар ҙа ҡороһа, донъябыҙҙан ни ҡалыр?’ »

Донъя гиҙеп, үҙебеҙҙе күрһәтеп ҡайттыҡ

Быйылғы йәй минең өсөн бик иҫтәлекле ваҡиға менән башланды. Беҙҙең «Урал ҡыҙы» бейеү ансамбле Сочи ҡалаһында үткән балалар ижади фестивалендә ҡатнашыу бәхетенә иреште бит. Әлбиттә, унда барыу­ҙы түҙемһеҙләнеп көттөк. Былтыр октябрь айында Түбәнге Новгород ҡалаһында уҙған фестивалдә сы­ғыш яһап, Сочиҙа үтәсәк ҙур сараға йүнәлтмә алғайныҡ. Артабан алты ай буйына халыҡ-ара конкурста ҡатнашыу өсөн яңы бейеүҙәр …

Continue reading ‘Донъя гиҙеп, үҙебеҙҙе күрһәтеп ҡайттыҡ’ »

Ишектән түгел, тәҙрәнән сыҡтыҡ

Мин ялымды йыл да Әлшәй районының Себенле ауылында йәшәүсе өләсәйемдә үткәрәм. Өфөнән ике туған ҡустым Айҙар ҙа унда ҡайт­ҡас, бигерәк тә күңелле була. Бында рәхәт тә шул: йоҡо туя, өләсәйебеҙ тороуыбыҙға тәмле итеп ҡоймаҡ ҡоя, Дим буйында ял итәбеҙ, дуҫтарыбыҙ ҙа күп. Ҡайһы саҡ үҙебеҙ мәҙәк хәлдәргә лә тарып ҡуябыҙ. Бер көн өләсәйебеҙ иртән мине …

Continue reading ‘Ишектән түгел, тәҙрәнән сыҡтыҡ’ »