Мәхмүтовтар – иң-иңе!

Шарҙар шартлатыу, пантомима күрһәтеү, кем тиҙерәк керҙәрҙе элә, йомаҡ сисә, хәрефтәрҙән һүҙҙәр йыя, кейенә һәм ашап бөтә… Ғаилә йылына арналған сарала ниндәй генә бәйгеләр ойошторолманы.

Ғаиләләр бәйгеһе

«Мөхәббәт менән йылытылған ғаилә» тип аталған конкурс-фестиваль үткәр­ҙек. Унда ауылыбыҙҙың иң күркәм, иң татыу, иң бер­ҙәм ғаиләләре ҡатнашты. Шуларҙың береһе – Мөнировтар. Өс ҡыҙ әсәһе Сания Әғзәм ҡыҙы – ауылыбыҙҙағы сәнғәт мәктәбенең юғары категориялы уҡытыусыһы. Ғаилә башлығы Азат Рәсүл улы ауыл халҡын газ менән тәьмин итә. Береһенән-береһе матур ҡыҙҙар үҫтерәләр. Эльвина – Өфө сәнғәт училищеһын, …

Continue reading ‘Ғаиләләр бәйгеһе’ »

Бергәләп тырышҡас

Эт ролен башҡарыусы Илдан Мортазин шул тиклем оҫта уйнаны. Хас артист тиер­һең үҙен! Һоҡланып ҡарап ултырҙыҡ. Баҡһаң, малай киләсәктә ошо һөнәр эйәһе булырға теләй икән. Айбулат Ҡоҙабаев, Нурмөхәмәт Шәһәр­ғәзин, Кәрим Хөснуллин, Арыҫлан Ишморатов, Нәркәс Мусина, Әлиә Сурина, Нәркәс Миңлейәровалар ҙа бигерәк килештерҙе. III «В» синыфын тамамлаған был балалар уҡытыусылары Гөлгөнә Зәйнетдинова менән «Эт үҙенә нисек …

Continue reading ‘Бергәләп тырышҡас’ »

Һәр минуты ҡәҙерле

Матур миҙгел ет­те. Һәр кем йәйге ялды түҙемһеҙлек менән көтә һәм фай­ҙалы, фәһемле итеп үткәрергә тырыша. Минең өсөн иң рәхәте – ауылда өләсәй, ҡартәсәй-ҡартатайҙар янында булыу. Йыл һайын ҡус­тым Илсур менән яратҡан кешеләребеҙ эргәһенә ҡайтабыҙ. Атай-әсәйебеҙҙең тыуып үҫкән Баймаҡ районының Аҡморон, Йомаш яҡтары беҙгә лә яҡын, ҡәҙерле. Унда беҙ йәй буйы рәхәтләнеп ял итәбеҙ: эҫе …

Continue reading ‘Һәр минуты ҡәҙерле’ »

Миңзәлә Сирғәлина шиғырҙары

Алты бала әсәһемен. Бер ваҡытта ла «Йәншишмә»нән айырылғаным юҡ. Яратып уҡыған гәзитемде хәҙер балаларым да ҡулдарынан төшөрмәй. Бөгөн «Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы» рубрикаһына үҙемдең дә шиғри күстәнәсемде юллайым. Миңзәлә СИРҒӘЛИНА. Баймаҡ районы, Һәмән ауылы.

Өсмөйөшлө һөйөү хаттары

Эйе, кемдер әйтер, ундай хаттар һуғыш осоронда ғына булған, тип. Яңылышаһығыҙ, ана шул өсмөйөшлө хаттар минең үҫмер саҡтарымдың иң татлы хистәре шаһиты ине. Инде хәҙер хәтерләргә генә ҡалды. Үҙемдән бер синыфҡа өлкән көрәшсе егет һис уйламағанда устарыма өскөл ҡағыҙ киҫәге тоттороп китте. Әлбиттә, башҡалар күрмәгәндә генә. Тигеҙ, матур итеп яҙылған хаты, әйтерһең дә, ут осҡондары …

Continue reading ‘Өсмөйөшлө һөйөү хаттары’ »

«Мөхәббәт ул, әйтерһең дә, утлы йәшен, һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен»

Ошондай исем менән Баймаҡ районы Билал ауылы китапханаһында «Яҡташ яҙыусылар ижады» аҙналығы уҙғайны. Унда синыф етәкселәре Зимфира Ғүмәрова менән бергә VIII синыфты тамамлаусы уҡыусылар һәм уҡытыусылар Рәшиҙә Хәйҙәрова, Раушания Ғайсиналар ҡатнашты. Дәрестә яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың, шағирҙарыбыҙҙың мөхәббәт ҡорбаны булған геройҙарына, саф мөхәббәт ялҡынында янып, ғүмер буйы йәренә тоғро ҡал­ғандарға дан йырланыҡ. Яҡташ әҙиптәребеҙ Таңсулпан Ғарипова, Абдулхаҡ …

Continue reading ‘«Мөхәббәт ул, әйтерһең дә, утлы йәшен, һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен»’ »

Ялым күңелле үтә

Каникулым бик һәй­бәт башланды. Гимназияның «Ҡурай» ла­герында ял иттем. Ун­да беренсе синыфтан алып йөрөйөм. Лагерҙа бик күңелле булды. Беҙҙе вожатыйҙар паркка, киноға, экскурсияға, бассейнға йөрөттө. Бигерәк тә һыу инеү оҡшаны.

Йөрәктауға сәйәхәт

Уҡыуҙар тамамланғас, атай-әсәйҙәребеҙ менән бергәләп Йөрәктауға сәйәхәткә барҙыҡ. Бик күңелле булды. Тауҙың иң башына менеп, үҙебеҙҙең синыфтың флагын ҡаҙаныҡ. Матур уйҙар ғына уйлап, изге теләктәр теләнек. Төшкөһөн бергәләп сәй эсеп алғас, ҡыҙыҡлы уйындар башланды. Сәйәхәт ныҡ оҡшаны. Яңы көс, дәрт алып ҡайттыҡ. Азалиә ЛАТИПОВА, IV «Б» синыфы уҡыусыһы. Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт …

Continue reading ‘Йөрәктауға сәйәхәт’ »